+21 °С
Болотло


Популяр йырсы Дамир Тайыпов күптән түгел тыуған яғы - Әбйәлил районы Буранғол ауылы халҡын бушлай концерт күрһәтеп ҡыуандырһа, ошо көндәрҙә аҡбирҙеләргә үҙенең йыр-моңдарын бүләк итергә әҙерләнә. Был хаҡта йырсы үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә. "Йылдағыса Аҡбирҙе ауылы халҡына бушлай концерт ойошторам. Концерт 6 августа киске сәғәт етелә башлана. Дуҫтар, рәхим итегеҙ! Һауа торошо насар була ҡалһа, мәҙәниәт йортона күсереләсәк", - тип яҙған.