Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
10 Август 2022, 15:30

Рифат Йәмлихиндең сәйен тәмләйек

Уны "ҡайнатҡан" ваҡытта мажараларға тарып бөткәндәр. 

Рифат Йәмлихиндең сәйен тәмләйекРифат Йәмлихиндең сәйен тәмләйек
Рифат Йәмлихиндең сәйен тәмләйек

Кем генә самауыр сәйен яратмай икән! Ә бына йәш йырсы Рифат Йәмлихин самауыр сәйен һемереп кенә ҡалмай, уны данлап йыр ҙа башҡара."Самауыр" тип аталаған был йыр  күптән йыр-моң һөйөүселәр күңелен яуланы. Йырҙың һүҙҙәрен һәм көйөн Насип Һаҡмаров ижад иткән. Ошо көндәрҙә был йырға  клип та төшөргәндәр. 

- Был клипты  Сибай ҡалаһы янындағы Төйәләҫ быуаһы буйында һәм Баймаҡ районының Иҫке Сибай эргәһендәге Ирәндек тауы битләүендә төшөрҙөк. Эш барышында ете самауыр сәй эселде.  Урмандағы өлөштө төшөргәндә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлил Ишбирҙинды “юғалттыҡ”. Баҡтиһәң, юлды бутап, аҙашҡан икән. Уны 2 сәғәт самаһы эҙләргә тура килде. Клипты төшөрөүҙә Хәлил ағайҙан тыш, Арҡайым ҡасабаһы ағинәйҙәре һәм "Сибай" бейеү ансамбле солисткаһы Гөлназ Ишбулатова ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, - ти йырсы.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас