Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
23 Август 2022, 03:35

Ғәзимдең шөғөлө

Ғәзимгә панно эшләп биреүҙәрен үтенеп Мәскәү, Хабаровск ҡалаларынан заказдар килгән. Кадет хәрби корпусын тамамлаған егет погондарын, кокардаһын,төймә, шеврон һәм миҙалдарын рама эсенә ҡуйып биреүҙе үтенеп хат яҙған. Оҫта егет уны тиҙ арала эшләп адресатҡа почта аша оҙатҡан да инде.

Ғәзимдең шөғөлөҒәзимдең шөғөлө
Ғәзимдең шөғөлө

Нимәлер менән ҡыҙыҡһынған, үҙенсәлекле шөғөлдәре булған кеше менән осрашыу һәр саҡ ҡыҙыҡ бит ул. Кемдер һынлы сәнғәт, икенселәр бәйләм бәйләү менән шөғөлләнә. Ә был геройым – фалерист. Улар хәрби знактар, миҙал һәм билдәләр,ҡайыштар, төймәләр һәм башҡа әйберҙәр йыя. Ғәзим Бикбулатов тағы ла төрлө хәрби ойошмаларға ҡағылышлы кокардалар, шеврондар, погондар ҙа туплай. Ҡайһы берҙәрен Ғәзим үҙе ише кешеләр менән алышҡан. Икенселәрен кадет уҡыу йортон тамамлаған һәм әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан егеттәр бүләк иткән. Үҙе лә армиянан күп кенә әйберҙәр алып ҡайта.

Ғәзим был шөғөл менән бала саҡтан ҡыҙыҡһына. Өйҙәрендә булған төрлө значоктарҙы ҡарап, туплай башлай, бер төрлөләрен айырып бара. Үҫә килә тарих менән ҡыҙыҡһынып, категорияға бүлә, аҙаҡ инде күңеле хәрби темаға тартыла. Бөгөн Ғәзимдең коллекцияһында меңдән артыҡ значок бар. Егет үҙен ысын коллекционер тип һанамай, сөнки ул әйтеүенсә, коллекционерҙарҙың экспонаттары ла күп төрлө һәм улар һәр знактың ҡасан,ҡайҙа сыҡҡанына, кем эшләгәненә тиклем белә.

Һуңғы арала егет хәрби паннолар эшләү менән дә ҡыҙыҡһына. Унда ул фото менән бергә пагон, знактар һәм башҡа иҫтәлекле тип  һаналған әйберҙәрҙе лә индереүҙе хуп күрә. Сөнки панно эсендә (ул рам һәм быяла менән ҡапланған) ҡәҙерле кешеңдең йә иһә үҙеңдең теге йәки был әйберҙәре оҙаҡ һаҡланасаҡ.Әйткәндәй, Ғәзимгә панно эшләп биреүҙәрен үтенеп Мәскәү, Хабаровск ҡалаларынан заказдар килгән. Кадет хәрби корпусын тамамлаған егет погондарын, кокардаһын,төймә, шеврон һәм миҙалдарын рама эсенә ҡуйып биреүҙе үтенеп хат яҙған. Оҫта егет уны тиҙ арала эшләп адресатҡа почта аша оҙатҡан да инде.

Ғәзим Бикбулатов үҙенең тамырҙары, шәжәрәһе менән дә ҡыҙыҡһына. Мәктәптә уҡыған йылдарында ата-әсәһе менән бергә ике яҡтың да шәжәрәһен төҙөп, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа  уңышлы сығыш яһай. Ул, мәҫәлән, атаһы яҡлап 13-сө, әсәһе яҡлап 9-сы быуын! Үҫәргән егетенә афарин тиергә генә ҡала. Сөнки бөгөнгө 21-се быуаттың шау-шыулы цифровизация заманында юғалып ҡалмай, һәр төрлө шөғөл менән үҙаңын үҫтерә. Туғандарына, таныштарына, халыҡҡа файҙалы эш эшләй тип әйтер инем.Йәштәр өсөн өлгө лә бит ул. Көҙ көнө районыбыҙҙың Райман тауы итәгендә үткән хәрби-тарихи сарала үҙенең  күргәҙмәһе менән сығыш яһаны. Егет  тағы ла нумизматика менән ҡыҙыҡһына. Тимер һәм ҡағыҙ аҡсалар йыя.Боронғо аҡсаларҙа хәрби тематика һәм техниканың, атрибутиканың булыуы, уларҙы йыйыу, тыплау теләген уята. Ғәзимдең ҡыҙыҡһыныуын белгән туғандары, дуҫтары егеткә һәр ерҙән – сит илдән, Германиянан, Төркиәнән төрлө значоктар, аҡсалар алып ҡайта. Хатта совет заманының батша аҡсалары, XIX быуат аҙағы һәм XX быуат башында ҡулланылған кредит һәм займ билеттары  ла бар уның коллекцияһында.

- Үҙемдең коллекциямды бер системаға һалып, экспонаттарҙы рамкалар эсенә ҡуйып шәхси күргәҙмәмде ойошторорға теләйем. Күңелем төбөндә, киләсәктә, бәлки мини-музей асырмын тигән хыялым да йәшәй, - тип тыйнаҡ йылмая Ғәзим Сәлим улы. – Ул саҡта инде яҡындарым һәм туғандарым ғына түгел, ә тарих, үткәндәр, хәрби тематика менән ҡыҙыҡһынған һәр кем сер һаҡлаған ошо билгеләрем,значоктарым, аҡсаларым менән яҡындан таныша ала.

Гөлмирә ҠАРАБАЕВА.

Туймазы ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас