

Уңған кешеләр биҙәй был ерҙе
Улар яһаған һындарҙы, сувенирҙарҙы бер күргәҙмәлә күргәйнем, яндарынан ашығып ҡына ҡарап үтһәм дә, үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыусылар менән яҡындан танышыу теләге күңелемдә оҙаҡ йөрөнө. Бер нисә тапҡыр шылтыратып, уларҙың үҙенсәлекле кәсептәре менән ҡыҙыҡһындым, интернет селтәренә һалып барған эштәрен ҡарап һоҡландым.
Үҙҙәре хаҡында артыҡ һөйләмәй, әллә ни күренеп бармай ғына яратҡан шөғөлдәре менән тормошҡа йәм өҫтәп йәшәгән милләттәштәребеҙ булып сыҡты Эльвира һәм Альберт Батталовтар. Улар тураһында гәзиткә яҙыу тәҡдимен ишеткәс тә, пар ипле генә баш тартты, тик мин был оҫталарҙы башҡаларға ла күрһәтеү маҡсатына тоғро ҡалдым.
Батталовтарҙы беҙ эш өҫтөндә тап иттем. Урамға уҡ ишетелеп торған станок тауышы, оҫтахананан аңҡып торған буяу еҫе унда ижади эш барышы хаҡында һөйләй ине.
- Башта был шөғөлгә икеләнеп кенә тотонғайныҡ, тора-бара ул үҙебеҙҙең дә күңелгә ятты, яһаған һындар, сувенирҙарыбыҙ менән таныш-белештәр генә түгел бүтәндәр ҙә ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы, - тип ҡаршы алды оҫталар.
Бөгөн уларҙың ландшафт өсөн яһалған һындары үҙҙәренең, таныштарының ғына түгел, башҡаларҙың да баҡса-ихатаһын, ҡапҡа алдарын биҙәй. Урман батшаһы айыу, һаҡҡолаҡ ҡоралай, ихата хужаһы әтәс, парлап ҡояшта ҡыҙыҡһынған тәлмәрйендәр, ғорур бөркөт, пар аҡҡош һәм күгәрсендәр... Һанай китһәң, был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин. Йорт эсен йәмләү, матурлау өсөн яһалғандары ла етерлек. Гөл-сәскәләр өсөн тәғәйенләнгән һауыттар ҙа үҙенсәлекле итеп эшләнгән. Улар магазиндарҙа һатылған гипс һындарҙан сифаты буйынса күпкә айырыла, сөнки мәрмәр оно һәм ыҫмаланан торған махсус ҡатнашманан яһала. Бер һынды эшләү өсөн байтаҡ ваҡыт ҡына түгел, сабырлыҡ, тырышлыҡ һәм көс тә кәрәк, етмәһә, улар барыһы ла ҡулдан буяла. Хужабикәнең ҡылҡәләм менән бер һын өҫтөндә эшләүен ҡарап тороу өсөн генә лә байтаҡ түҙемлек талап ителде.
- Был сувенирҙарҙы оҙаҡ йылдар файҙаланырға була, улар елгә, һыуға, шулай уҡ ҡояш эҫеһенә лә бирешмәй, ыуалып бармай, - ти оҫтабикә.
Бөгөнгө алдынғы технологиялар заманында теләгән әйберҙе һис ауырлыҡһыҙ интернет аша алып була, Батталовтарҙың эштәре менән дә күптәр донъя селтәре аша танышып, кәрәкле һынды яһатып ала икән.
- Бөгөн кешеләрҙең гүзәллеккә ынтылыуы, матур йәшәргә тырышыуы ҡыуандыра, - ти Эльвира Минислам ҡыҙы. Уның һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки һуңғы йылдарҙа күп кешеләр үҙ донъяһын ғына түгел , йәшәгән урамын, подъезд алдарын да тәртиптә тоторға тырыша, унда ағастар һәм сәскәләр ултыртып, төрлө һындар менән биҙәп ҡуя.
Батталовтарҙың ижад емештәрен беҙҙең районда ғына түгел, башҡа яҡтарҙа ла беләләр һәм һатып алырға теләк белдереүселәр күп.
- Кешеләрҙең ысын күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре, уларҙың һоҡланыулы ҡараштары һәм изге теләктәре артабан эшләргә дәрт һәм көс өҫтәй, - ти үҙенсәлекле кәсеп хужалары.
Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған кешеләр янынан һәр ваҡыт ыңғай кисерештәр менән ҡайтаһың, был уңған һәм булдыҡлы яҡташтар оҫтаханаһынан да илһам алып, күңелемде байытып сыҡтым. Шөғөлдәре лә, үҙҙәре лә һоҡланғыс яҡташтарыма киләсәктә лә тормошто йәмләп, башҡаларҙың ихлас рәхмәтен ишетеп һәм уңыштарға өлгәшеп йәшәргә яҙһын.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Автор фотолары.
Сығанаҡ: "Көнгәк"