Шоңҡар
+2 °С
Облачно
Мәҙәниәт
29 Августа 2022, 05:38

Яңы уҡыу йылында М. Шайморатов исемендәге 78 класс барлыҡҡа киләсәк

.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы уҡыу йылында М. Шайморатов исемендәге 78 класс барлыҡҡа киләсәкЯңы уҡыу йылында М. Шайморатов исемендәге 78 класс барлыҡҡа киләсәк
Яңы уҡыу йылында М. Шайморатов исемендәге 78 класс барлыҡҡа киләсәк

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 78  класс асыласаҡ. 11 октябрҙә Совет майҙанында 500-ҙән ашыу уҡыусы тантаналы рәүештә "Шайморатовсылар класы" рәтенә баҫасаҡ. 

Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында, мәҫәлән, 7 "Б" класы М. Шайморатов исемен йөрөтәсәк. Был турала ҡарарҙы үткән уҡыу йылы аҙағында уҡ ата-әсәләр бер тауыштан ҡабул иткән. Әлеге мәлдә уҡыу йортонда һуңғы әҙерлектәр бара. 

Был класта баҫым тарих, математика һәм физика фәндәренә яһаласаҡ. Шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән даими эш алып барыла.

"Шайморатовсылар класы" булдырыу - илһөйәрлек тәрбиәләүҙең иң яҡшы ысулыдарының береһелер, минең фекеремсә. Хәҙер бер класс булдырып, йыл аҙағында уның һөҙөмтәләрен күрербеҙ. Һәм, бәлки, беҙҙең гимназияла киләһе уҡыу йылдарында бер нисә ошолай класс асылыр",  - тип пландары менән бүлешә Сибай гимназияһы директоры Роза Бикбова. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас