Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
31 Август 2022, 08:06

Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән

«Зәйнәб Биишева – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәбиәтендә айырым урын биләгән шәхес. Ҡеүәтле текст, ябай тел уның әҫәрҙәрен аңлайышлы итә...»

Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргәнТөркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән
Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән

Билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһының тәүге романы Төркиәлә баҫылып сыҡҡан һәм Евразия яҙыусылар берләшмәһе (Avrasya Yazarlar Birliği) тарафынан уҡыусыларға тәҡдим ителгән, тип хәбәр итә "Башинформ".

Романдың тәржемәсеһе – филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк был романды йәшерәк саҡта уҡығандарға мотлаҡ ҡабаттан уҡып сығырға тәҡдим итә, сөнки тормош тәжрибәһе туплағандан һуң әҫәр бөтөнләй башҡаса ҡабул ителә.

 «Зәйнәб Биишева – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәбиәтендә айырым урын биләгән шәхес. Ҡеүәтле текст, ябай тел уның әҫәрҙәрен аңлайышлы итә. Зәйнәб ханымдың романдары башҡорт әҙәби теле өлгөләре исемлегенә ингән. Төрөк телендә нәшер ителгән «Кәмһетелгәндәр» романы – хеҙмәттәштәребеҙ менән «Яҡтыға» трилогияһын тәржемә итеүҙең беренсе этабы. Зәйнәб Биишева ХХ быуат башындағы ваҡиғалар хронологияһында башҡорт ауылының тормошон, төп герой Емеште һүрәтләп, йәмғиәттең, кешеләрҙең нисек үҙгәреүен, үҫешен сағылдыра алған», — ти Фатма ханым.

«Беҙ үҫәбеҙ, нығынабыҙ, донъяға һәм үткән ваҡиғаларға ҡарашыбыҙ үҙгәрә – романда ла тап ошо трансформацияны күрәбеҙ. Минең уйымса, башҡорт уҡыусыһы геройҙар образына һалынған метафораларҙы, моғайын, тағы ла тәрәнерәк тоялыр, аңлайҙыр. Хеҙмәттәшем менән ошо хис-тойғоларыбыҙҙы ватандаштарыбыҙға еткерергә тырыштыҡ. Эш барышында беҙ үҙебеҙҙе Емеш һәм романдың башҡа геройҙары урынына ҡуйып ҡарап, бер үк ваҡиғаларға төрлө күҙлектән ҡараныҡ. Хис-тойғоларға бай әҫәр башҡорт мәҙәниәтен тағы ла нығыраҡ аңларға, туғандаш халҡыбыҙҙың бай тарихына ҡағылырға мөмкинлек бирҙе», – ти ғалимә.

 

Автор:
Читайте нас