Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
1 Сентябрь 2022, 06:51

Бөгөн шағир Ҡәҙим Аралбаевтың тыуған көнө

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улын тыуған көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, матур көндәр теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Бөгөн шағир Ҡәҙим Аралбаевтың тыуған көнөБөгөн шағир Ҡәҙим Аралбаевтың тыуған көнө
Бөгөн шағир Ҡәҙим Аралбаевтың тыуған көнө
Ҡәҙим Әбделғәлим улын тыуған көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, матур көндәр теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.
 
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуған.

Ун йыллыҡ белем алғандан һуң колхозда шофер булып эшләй.Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. 1968 йылда Башҡорт Дәүләт университетын уңышлы тамамлап, Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән райондары мәктәптәрендә эшләй. Беренсе шиғырҙары 1960 йылдар уртаһында донъя күрә башлай. Ә беренсе   "Утлы кисеүҙәр" исемле китабы 1975 йылда баҫылып сыға. Әлеге ваҡытта бик күп китаптары донъя күрҙе һәм урыҫ, ҡаҙаҡ, сыуаш, алтай, украин, удмурт телдәрендә нәшер ителде.Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырҙарында  һәм поэмаларында тыуған яғының дала тәбиғәте, яҡташтарының тормошо, хәҙерге быуын кешеләренең уй- тойғолары сағыла.

Ҡәҙим Аралбай- Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Хәйбулла районының Сергей Чекмарев, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге һәм 1-се республика башҡорт гимназияһының Рәми Ғарипов исемендәге премияларына лайыҡ булды.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас