Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
2 Сентябрь 2022, 10:23

Ҡанаҡайҙа балаҫ һуғыу оҫталары йыйылды

"Башҡорт балаҫы йәшәһен!" - уларҙың девизы.

Ҡанаҡайҙа балаҫ һуғыу оҫталары йыйылдыҠанаҡайҙа балаҫ һуғыу оҫталары йыйылды
Ҡанаҡайҙа балаҫ һуғыу оҫталары йыйылды

Ошо көндәрҙә Бишбүләк районының Ҡанаҡай ауылында “Йәйғор төҫтәрендә - быуаттар сере” исемле байрам уҙғарылды. Сарала Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк районының балаҫ һуғыу оҫталары, “Ағинәй” ойошмаһы ағзалары ҡатнашты. Улар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Ҡанаҡай ауылы был көндө фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Бай йөкмәткеле концерт программаһы сығыштар менән аралашып барҙы, күрше райондарҙың сығышы ла һоҡланғыс тамашаға әйләнде.

Дәүләкән районы байрамға Ҡоръятмаҫ ауылының оҫта балаҫ һуғыусыһы Хариса Ҡадырованың эштәрен алып килгән. Байрам һөҙөмтәләре буйынса оҫтабикәнең эше дипломға һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.

 

ҠОРОЛТАЙ

Автор:
Читайте нас