Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Сентябрь 2022, 10:56

“Ҡоҙаса” тағы көлдөрә

 Артистар хормейстер Әфәрим Аҡсурин менән йырҙарҙы ҡабатлай башлаған. Видеола - театр тормошонан бер күренеш. 

- Тамашасыларҙың яратып ҡараған, театрыбыҙҙың йөҙөҡ ҡашы булған йырлы-бейеүле спектаклдәренең береһе Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” спектакле оҙайлы тәнәфестән һуң яңынан сәхнәгә ҡайта. Артистар хормейстер Әфәрим Аҡсурин менән йырҙарҙы ҡабатлай башланы ла инде. Әйткәндәй, Наза ҡоҙаса ролендә былтыр ғына театрға эшкә килгән йәш актриса Гүзәл Хәсәнова, Басирҙы актер Айнр Ситдиҡов уйнай. Күңелле музыкаль тамашаны яңы ижад миҙгелендә күрергә була, - тип хәбәр итәләр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас