Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2022, 09:58

Башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәре сәхнәләштерелә

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы йәйге ялдарҙан һуң яңы спектакль сығарыу буйынса эш башланы. Әҫәр “Ынйыҡай һәм Юлдыҡай” тигән башҡорт халыҡ йыры менән исемдәш. Ул 1924 йылда яҙыла һәм баҫыла.  

Башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәре сәхнәләштереләБашҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәре сәхнәләштерелә
Башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәре сәхнәләштерелә

Әҫәрҙең авторы - яҙыусы, телсе, фольклорсы, ХХ быуат башының  башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитов. Инсценировка авторы - филология фәндәр кандидаты, Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы-режиссер - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов. Спектаклде музыкаль яҡтан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев биҙәй.

Башҡорт халыҡ йыры “Ынйыҡай һәм Юлдыҡай” һәм уның варианттары тәүге тапҡыр 1894 йылда Ырымбур губернаһы (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Орск өйәҙе Солтан приискыһында Абдрахман Үҙәнбаевтан Сергей Рыбаков тарафынан яҙып алына. Йыр “Урал мосолмандарының көнкүреш музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫыла. Әҫәрҙә бай ҡыҙы Ынйыҡай менән ярлы егеттең мөхәббәте һүрәтләнә.

Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйыла.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас