Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
7 Сентябрь 2022, 17:00
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр
Ошо кандидаттар араһынан һеҙ кемдәрҙе бөйөк батырыбыҙ исемендәге премия лауреаты итеп күрәһегеҙ? Ни өсөн?
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр
Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева "Тимер быуат", "Рух көмбәҙе: поэма, шиғырҙар, тәржемәләр", "Һайланма әҫәрҙәр: шиғырҙар, поэмалар" тигән йыйынтыҡтары өсөн.
2. Йәдкәр Әхәт улы Бәширов "Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш", "Бөйөк Башҡортостан. Халыҡтар: этник тамырҙар, формалашыу һәм үҫеш", "Боронғо башҡорттар. Тарихи мәғлүмәттәр", "Ҡол Ғәле һәм башҡорт халҡы мәҙәниәте тураһында", "Башҡорт хан. Урта быуат хандары" тигән китаптары өсөн.
3. Флүр Миңшәриф улы Ғәлимов "Генерал Шайморатов" тип аталған тарихи романы өсөн.
4. Наилә Абдулхай ҡыҙы Сәфәрғолова "Йөрәк һүҙе” проекты өсөн.
5. Рөстәм Илдар улы Әлибаев, Илфат Рәүеф улы Аҡтуғанов, Гөлфиә Нур ҡыҙы Тажетдинова Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексы экспозицияһы проекты өсөн.
6. Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова, Урал Миңнизар улы Ғатауллин, Әлфиә Басир ҡыҙы Арыҫланова илдең күренекле шәхестәре тураһындағы "Минең исемем — Салауат", "Һайланған яҙмыш" документаль фильмдар серияһы өсөн.
7. Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева, Артур Зиннур улы Кәбиров, Рәйес Йәүҙәт улы Низаметдинов "Салауат вариҫтары сигенмәйәсәк" пьесаһы өсөн.
8. Артур Искәндәр улы Нәзиуллин, Дмитрий Сергеевич Крюков "Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре" проекты өсөн”.
Автор:
Венер Исхаков
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"