Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
7 Сентябрь 2022, 13:05

Миләш-миләш, Миләүшә...

Шағирә, журналист, ҡул эше оҫтаһы, уҡытыусы Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Уға тик изге теләктәр юллайбыҙ. Миләүшә апайҙың шиғырҙары менән беҙҙең сайтта таныша алаһығыҙ.  

Миләш-миләш, Миләүшә...Миләш-миләш, Миләүшә...
Миләш-миләш, Миләүшә...

***

Ҡуйсы әле, әхирәттәр,
Көҙ, тиеп, уфтанмайыҡ.
Беҙ һеҙҙең менән көләкәс,
Сыуаҡ көҙҙәргә лайыҡ.

Көҙҙәрҙең бай-мул ҡаҙнаһы
Беҙҙең өлөшкә яҙған:
Ағастарҙан ергә - алтын,
Сәстәргә көмөш яуған.

Бешкән тәмле емештәрҙе
Беҙгә насип тәмләргә,
Көҙгө сағыу сәскә булып
Беҙгә донъя йәмләргә!

Көҙҙәрҙең сәскәләре лә
Һалҡындарға түҙемле.
Утҡа - һыуға бирешмәгән
Беҙ булабыҙ түгелме?

Һүрән ҡояшлы көҙҙәрҙәй
Булһаҡ та һалҡынырыҡ,
Яҙҙарҙан да, йәйҙәрҙән дә
Беҙ хәҙер аҡыллыраҡ.

Сәскәләр ҙә булып аттыҡ
Япраҡҡа ла төрөндөк.
Емеш биргән ағас хаҡы
Бөйөклөгөн дә белдек..

Емештәребеҙ емешен
Тәмләп һөйөр мәлебеҙ!
Сыуаҡ көҙҙәргә һөйөнөп
Гөрләп йәшәйексе беҙ!

 

***

Эй матур ҙа беҙҙең йәнтөйәккәй,
Гүзәллектән күҙҙәр ҡамаша.
Күге зәңгәр, ере йәшел келәм-
Башҡорт ере - күркәм тамаша.

Йәшәгәнгә шундай йәмле илдә
Йөрәктәрҙә дәрт-ғәм ҡайнаша.
Йырлап эшләй, гөрләп байрам итә,
Йәшәү йәмен тойоу - тамаша.

Ҡунаҡсыл да халыҡ йәшәй бында,
Әйҙә, ҡымыҙ эсеп, бал аша!
Ҡурайында оҙон көйөн һуҙһа,
Йәшәргә көс бирер тамаша.

Ирҙәр таһыл, ҡыҙҙар ғорур беҙҙә,
Матурлыҡ, батырлыҡ йәнәшә.
Именлектә, берҙәмлектә йәшәү-
Тормош үҙе матур тамаша.
Тыуған ерҙе йәмләп йәшәй белеү
Бына ошо инде -тамаша.
 
 
***
Усаҡ яғам... 
Янған усағымда
Үҙем өсөн ғаләм асыуым:
Бар булмышым - йылы эҙләгәнгә
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан аҫыуым.

Хан һыйындай күңел асыуҙарҙы
Өнәмәнем мәңге. Ят булды.
Яр буйында янған тын  усаҡҡа
Ташлап сығып ҡасҡан саҡ булды.

Һыйлы тормош, мәжлес түрҙәрендә
Үгәй бала минең был күңел.
Түрәләргә тулы ҡалаҡ һоноп
Үрҙәр менеү-минең юл түгел.

Байтаҡ булды, һынсыл әҙәмдәрҙең
Күҙ уғынан баҙап ҡалғаным,
Һынар һынауҙарҙа һүнмәй янды
Ҡар өҫтөндә аҫҡан ҡаҙаным.

Ҡайнар ашым биреп, ҡашым биреп
Әйтә алам намыҫ ҡаршында:
Иң тәмле аш, хәләл тирем түгеп
Ҡаҙанымдә бешкән ашымда.

Ғүмер буйы ҡарҙа усаҡ яғам...
Яныуҙарҙың йәме шул икән -
Өшөгәндең йән боҙон иретеп
Янған йылы усаҡ бул икән.
 
***
Һуҡранмайым юҡ-бар ҡыйыштарға,
Риза ғына булам барына.
Күҙем ҡыҙмай донъя гиҙгәндәргә,
Иҫем китмәй мөлкәт-малына.

Тапҡан толҡам, ана, шау-гөр килеп
Әйлән-бәйлән уйнай тирәмдә,
Мин ултырам күҙ ҙә ҡолаҡ булып
Ишек алдым - йәшел сирәмдә.

Балаларым сәй табыны ҡора,
Мул күстәнәс менән килгәндәр.
Әсәй менән атай нимә теләй,
Күптән инде улар белгәндәр.

Ана, "ҡартым" килә йомшаҡ баҫып,
Баштарында йәшел түбәтәй.
Тубығына алып иң кесеһен,
Ейәндәрен һөйөп үпәсләй.

Борҡоп ҡына ҡайнай ҙур самауыр,
Ҡоймағым да күптән ҡойолған,
Көтөп алған ошо шатлығымдан
Тирә-яғым нурға ҡойонған!

Теләктәрҙе доғаларға ҡушып,
Шөкөр итәм булған ниғмәткә.
Килер көнгә шатлыҡ бағлай күңел,
Олоғая килә, бигерәк тә:

Хаҡ тәғәләм, берүк насип ҡылсы,
Ҡөҙрәттәрең һинең маҡтаулы,
Минең генә түгел, барыбыҙҙың,
Ҡартлыҡтарын итсе яҡлаулы.

Тиҫбем төймәләрен барлап тартам,
Доғаларға бергә үрелеп.
Өлөшөмдөң бәхет дарьяһына
Баштан-аяҡ ҡына күмелеп.
 
Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова.
 
 
Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас