Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2022, 08:57

"ҠабаҡFest" районды гөрләткән

Бөрйән районы мәҙәниәт һарайы алдында "ҠабаҡFest" район ҡабаҡ фестивале үткән. 

"ҠабаҡFest" районды гөрләткән"ҠабаҡFest" районды гөрләткән
"ҠабаҡFest" районды гөрләткән

Бөрйән районы мәҙәниәт һарайы алдында "ҠабаҡFest" район ҡабаҡ фестивале үткән. Фестивалде асып, Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, байрамда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп үтте. 
Байрам менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айнур Илгиз улы Бейембәтов, Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева ҡотланылар.
Артабан, фестивалдә ҡатнашыусылар
Иң ҙур ҡабаҡ үҫтереүсе,
Ғәҙәти булмаған формалағы ҡабаҡ үҫтереүсе,
Ҡабаҡтан үҙенсәлекле композиция,

Ҡабаҡтан бешерелгән аш-һыу оҫтаһы,
Ҡабаҡ тураһында таҡмаҡ ижад итеүселәр
конкурстарында көс һынаштылар.


Һәр номинацияла урындар билдәләнеп, фестивалдең дөйөм һөҙөмтәһе менән
Гран-прины - "Аҡбуҙат - ҡабаҡ илендә" ("Аҡбуҙат" б/б)
1 урын - "Ҡабаҡ оладушкиһы" ( Яңы Мөсәт ауылы),
2 урын - "Көҙ батшаһы - Ашҡабаҡ" (Район үҙәк китапханаһы),
2 урын - "Кәрәҙ" клубы ашханаһы ("Кәрәҙ" клубы ҡатын-ҡыҙҙары),
3 урын - "Ҡабаҡбаштар" (Әбделмәмбәт, Килдеғол, Ҡолғана ауылы мәҙәниәт йорттары),
3 урын - "Алағуян инәйҙәре" (Мәжит Ғафури урамы ҡатын-ҡыҙҙары),
3 урын - "Янһары ҡабаҡтары" (Яңы Собханғол ауылы мәҙәниәт йорто)
командалары яулап, уларға Район мәҙәниәт бүлегенең дипломдары һәм сертификаттар менән бүләкләнделәр. 

 

Сығанаҡ: "БӨРЙӘН/РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ"

Автор:
Читайте нас