Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2022, 08:34

Милли кейем көнөнә фотосессия бүләк итәләр

Байрам айҡанлы барлыҡ теләүселәр өсөн башҡорт милли кейемдәрендә фотосессия үткәрелә. 

Милли кейем көнөнә фотосессия бүләк итәләрМилли кейем көнөнә фотосессия бүләк итәләр
Милли кейем көнөнә фотосессия бүләк итәләр

«Ағиҙел» башҡорт художестволы кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы директоры Гүзәл КӘРИМОВА Милли кейем көнөнә матур сара әҙерләүҙәре тураһында яҙҙы.

«2022 йылдың 9 сентябрендә республикала Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнәсәк. Ошо байрам айҡанлы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм «Ағиҙел» башҡорт художестволы кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы барлыҡ теләүселәр өсөн башҡорт милли кейемдәрендә фотосессия үткәрә!

Һәр теләүсегә башҡорт милли кейеме һәм биш минут ваҡыт биреләсәк. Фотоһүрәттәр беҙҙең төркөмгә һалынасаҡ һәм аҙаҡ һеҙҙең электрон почтаға ебәреләсәк.

Сара 9 сентябрь 15.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем Өфө, Октябрь проспекты, 60 адресы буйынса «Ағиҙел» сувенирҙар магазинында үткәрелә. Ҡатнашырға теләүселәрҙән һылтанма буйынса үтеп, алдан яҙылыуҙы һорайбыҙ: https://forms.gle/uUQztvCNxqEuk2kx9», - тип белдерҙе Гүзәл Кәримова.

 

Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Автор:
Читайте нас