Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 05:47

Милли костюм көнөнә арналған файҙалы сара

Мораҡ ауылы "Уралҡай" балалар баҡсаһында оҫталыҡ дәресе үткән. 

"9 сентябрь – Милли кейем көнө. Был байрам республика халыҡтарының  милли кейемен, кәсептәрен,тарихын тәрәнерәк өйрәнергә мөмкинселек бирә.
Ошо маҡсат менән беҙҙең баҡсала башҡорт милли кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө булған селтәр буйынса оҫталыҡ дәресе булып үтте. Был сараға әсәйҙәр саҡырылды.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Гәүһәр Болғаирова әсәйҙәргә селтәр эшләү серҙәрен өйрәтте,уның төрлө ерҙә  нисек аталғаны,тәғәйенләнеше тураһында ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
 Был саранан әсәйҙәр милли кәсептәребеҙҙе тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә,балаларҙы ла йәлеп итергә һәм ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр,конкурстар ойошторорға тигән уй – ниәттәр менән таралыштылар".

Сығанаҡ:  МАДОУ детский сад "Уралочка"

Автор:
Читайте нас