+22 °С
Ямғыр


Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы тамамланды.
"Йомабай Иҫәнбаев - ҡурайҙа көйҙәрҙе профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сит ил сәхнәһендә милли сәнғәтебеҙҙе күрһәткән тәүге башҡорт музыканттарының береһе ул, - тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.
Көсөргәнешле конкурста Гран-приҙы Хәйбулла районынан Рәдиф Бохарбаев яуланы. Еңеүсене ҡотлайбыҙ!
Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре".