Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
19 Сентябрь 2022, 07:00

Йыр-моң менән имләп...

“Мәҙәниәт мираҫ буйынса бирелмәй, уны яулап алырға кәрәк”. Француз яҙыусыһы Андре Мальро шулай тигән. Нефтекама дәүләт филармонияһы өсөн был буш һүҙҙәр түгел. Бына егерме биш йыл рәттән һәр көн мәҙәниәтте яулау ғына түгел, яңы кимәлгә күтәрергә тип йән ата.

Йыр-моң менән имләп...Йыр-моң менән имләп...
Йыр-моң менән имләп...

"Был юбилей — һәр кемдең байрамы“ 

90-сы йылдар аҙағы. Ил ауыр осорҙан бәләкәй-бәләкәй аҙымдар менән сығып килә. Кешеләрҙең йыр-моңға сарсаған мәле. Музыкаль сәнғәтте үҫтереү, төньяҡ-көнбайыш
райондары халҡының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, башҡорт әҫәрҙәрен киң ҡатламға таратыу, тыуған һәм сит илдәр сәнғәтен популярлаштырыу, кешеләрҙе берләштереү мәсьәләләрен хәл итер өсөн өр-яңы мәҙәниәт үҙәге булдырыла. Шулай 1998 йылдың 8 ғинуарында Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов указы менән Нефтекама дәүләт филармонияһы барлыҡҡа килә. Ул тиҙ арала сәнғәтте үҫтереүсе төп мәҙәни усаҡҡа әүерелә.

Нигеҙ һалынған көндән бөгөнгә тиклем филармонияла бер нисә етәксе алмашына. Үҙ ваҡытында Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әхәт Фәсхетдинов, Марат Тулыбаев, Флүр Саламатов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәнис Алтынбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес Исмәғилев етәкләй. Уларҙың һәр береһе эштәрен намыҫлы башҡара, беренсе көндән  билдәләнгән юлдан, маҡсаттарҙан тайпылмаҫҡа тырыша. Филармония етәкселәре һәр артиста булған осҡондо ҡабыҙып, һүндермәй балҡытырға, тамашасыларға уның йылыһын өләшергә әйҙәй, хеҙмәткәрҙәрҙе уртаҡ маҡсаттар, яҡты хыялдар менән дәртләндереп тора, гөрләтеп эшләтә. Бөгөнгө филармонияның директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Ғайсин да шундайҙарҙан. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ижад өлкәһендә уның тәжрибәһе ҙур.

 

САҒЫУ  МӘҘӘНИӘТ УСАҒЫ ТУРАҺЫНДА "ШОҢҠАР"ҘЫҢ СЕНТЯБРЬ (09/2022) ҺАНЫНДА УҠЫРҒА БУЛА.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас