

12 октябрҙә М. Шайморатовтың һәйкәле авторҙары Салауат Щербаков, Константин Донгузов, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Геннадий Правоторов ӨДНТУ һәм З. Исмәғилов исемендәге Өфө сәнғәт институты студенттары менән осрашты.
Түңәрәк өҫтәл форматында ойошторолған сарала һөйләшеү ҡыҙыу барҙы. Йәш ижадсыларҙы хәҙерге заманда рассәмдең роле, хөрмәтле ҡунаҡтарҙың ижады, халыҡты шаҡ ҡатырыуға (эпатажға) йүнәлтелгән заманса ижадсыларға ҡараштары ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡунаҡтарҙан шулай уҡ Өфө нимәһе менән оҡшауын, тартып тороуын һоранылар. Заказсы менән рассәм мөнәсәбәттәре, уртаҡ тел таба белеү серҙәре хаҡында ла һорау күтәрелде.
Яңы асылған генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле тураһында ла һорауҙар яңғыраны. Буласаҡ скульпторҙарҙы һәйкәл айырыуса инженер күҙлегенән ҡыҙыҡһындырҙы. Студенттар белгестәрҙән һәйкәлде эшләү процессында ниндәй ауырлыҡтар осрауы, уларҙы нисек еңеп сығыуҙары хаҡында ла белештеләр.
Хөрмәтле ҡунаҡтар менән студенттар араһында аралашыу йәнле үтте. Йәш ижадсылар биргән һәр һорауына тулы яуап алды.