

11 октябрҙә Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Ошо сара айҡанлы Герой һәйкәленең авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков экскурсия үткәрҙе.
Һәйкәл тураһында бер нисә ҡыҙыҡлы факт:
1. Һәйкәл башҡорт халҡының еңелмәҫ рухын, тарихын, батыр яугирҙәрҙен символлаштыра.
2. Һәйкәл — Мансур башҡорт гранитынан. Бөтә материалдар тәбиғи – гранит, бронза, мәрмәр.
3. Постаменттың уң яғында Миңлеғәле Шайморатовтың Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге ғүмере, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы үткән юл һүрәтләнгән.
4. Постаменттың уң яғында Миңлеғәле Шайморатовтың бала сағы, башҡорт халҡының тарихы сағылған.
5. Постаменттың артында башҡорт халҡының ырыуҙары сағылған. Унда ете ырыу символы ҡурайҙан тыш төрлө ырыуҙарҙың ҡоштарын, ағастарын табырға була.
6. Постаментта Аҡбуҙатҡа атланған Урал батырҙы, Салауат Юлаевты, төньяҡ амурҙарын күрергә мөмкин.
7. Һәйкәлдә тирмә, дөйә, ҡош менән һунар ҙа һүрәтләнгән.
8. Һәйкәлдә ҡурай өс төрлө итеп - үҫемлек, ете ырыу билдәһе, музыка ҡоралы рәүешендә - бирелгән.
9. Миңлеғәле Шайморатовтың ҡулындағы ҡамсы - Салауат Юлаев һәйкәленә "сәләм".
10. Колоннада - Радий Хәбировтың идеяһы.
11. Колоннаданың ике яғын башҡорттарҙың төрлө быуаттағы хәрби кейеме биҙәй.
12. Һәйкәлдә М. Шайморатовтың тормошонан күренештәр табырға мөмкин: гармунда уйнаған малай, юнга булып хеҙмәт иткән егет, Ҡытайҙа разведкала эшләгән ир.
13. Аттар тояғы аҫтында ҡалған танканың тәгәрмәс сылбыры — 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы һыбай килеш техникаға ҡаршы көрәшкәнен аңлата.
14. Һәйкәлдең бейеклеге - 15 метр.
15. Тәүҙә һәйкәлде Салауат Юлаев һәйкәле кеүек, һыу өҫтөнән – баржаларҙа күсерергә уйлағандар. Әммә йылға буйлап ағыу оҙағыраҡ һәм ныҡ ҡиммәт булып сыға, шуға күрә заманса автомобиль транспорты менән алып ҡайталар. Юлда өлөштәр менән алып барырға тура килә, сөнки күпер аҫтына һыймай.
16. Совет майҙанындағы сәғәттәр "Шайморатов генерал" йыры көйөн уйнай.