+21 °С
Болотло


Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы "Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән бүләкләне. Президент указының тексы кесе йома рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
2022 йылдың 5 октябрендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар һәм Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Әминә Шафиҡова Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһында 10 йыл эшләүен билдәләне.