Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Ноябрь 2022, 13:20

Һандуғастың моңо һаман тынмай

Мәғәфүр Хисмәтуллин 1915 йылдың 10 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы) Яңы Ҡобау ауылында тыуған.

Һандуғастың моңо һаман тынмайҺандуғастың моңо һаман тынмай
Һандуғастың моңо һаман тынмай

Мәғәфүр Хисмәтуллин 1915 йылдың 10 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районыЯңы Ҡобау ауылында тыуған.

  • 1931—1935 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумының театр бүлегендә уҡый.
  • 1936—1938 йылдарҙа П. И. Чайковский исемендәге консерваторияһының башҡорт бүлегендә (Е. В. Еханович класында) уҡый.
  • 1932—1936 Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләй.
  • 1932 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.
  • 1964 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссёры.
  • 1965 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы.
  • 1969 йылдан Өфө сәнғәт институтында уҡытыусы.

Мәғәфүр Хисмәтуллинға 1949 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», дүрт йылдан «БАССР-ҙың халыҡ артисы», тағы ике йылдан — Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендәге ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1965 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» тигән юғары исемдәр, ә 1969 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә. Йырсы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнә. 

Йырсы 2004 йылдың 5 октябрендә вафат була. 

Башҡорт Википедияһынан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас