

«Юлдаш Plus» ҙур фестиваль әҙерләй. 22 декабрҙә үтәсәк сарала 13 номинацияла йәш ижадсылар билдәләнәсәк. Исемлектә кемдәр бар?
22 декабрҙә "Торатау" Конгресс-холында «Юлдаш Plus » милли йәштәр фестивале уҙғарыла. Һәләтле йәштәрҙе асыуға йүнәлтелгән проект республика Башлығы гранты булышлығында ойошторола.
10 ноябрҙә матбуғат конференцияһында гала-концертта ҡатнашыусылар һайланып алынды. Уларҙың ижадын республикабыҙҙа билдәле ижади шәхестәр, йәмәғәтселек вәкилдәре, уҡытыусыларҙан торған жюри тикшерҙе.
Проектта бөтәһе 13 номинация билдәләнәсәк: "Йыл йырсыһы" (ир-егеттәр), "Йыл йырсыһы" (ҡатын - ҡыҙҙар), "Йыл йыры" , "Йыл клибы" , "Йыл асышы" , "Йыл төркөмө" , "Йыл дуэты" , "Йыл тренды" , "Йыл композиторы" , "Йыл шағиры" , "Йыл каверы", "Йыл ремейкы", "Йыл блогеры" . Тамашасылар яратҡан йырсылары өсөн тауыш бирә аласаҡ.
Бына гала-концертҡа үтеүсе ҡайһы бер йәш йондоҙҙар: Ян Лира, Илгиз Gizmo, Aлтынай Вәлитов, Илгиз Абдрахманов, Ябай Малай, IRDAN, Алиса, Алина Ғәзизова, "Бишбармаҡ ", "Хазина ", "Шаңдау " төркөмдәре һәм башҡалар.
Еңеүселәргә йырҙар яҙҙырылған пластина һәм радиола эфир бүләк ителәсәк.
Кемдәр был исемдәргә лайыҡлы? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?