Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ноябрь , 21:29

Өлфәт Ҡобағошовтың хәтер кисәһе үтте

Бөгөн Көйөргәҙе  район мәҙәниәт һарайында Өлфәт Ҡобағошевтың хәтер кисәһе уҙғарылды. Был хаҡта данлыҡлы скульпторҙың һеңлеһе Гөлназ Әҙеһәмова үҙенең сәхифәһендә белдерә.  "Ойоштороусыларға, район хакимиәтенә оло рәхмәт! Айырым сикһеҙ рәхмәттәрем ағайҙарым, кәңәшселәрем, дуҫтарым Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улына һәм Кәримов Салауат Ғайса улына. Февраль айынан уҡ беҙ бергә булдыҡ. Артабан да буласаҡ бөйөк эштәрҙе берҙәмлектә атҡарырға яҙһын. Рәхмәт һеҙгә"! - тигән ул.   

Өлфәт  Ҡобағошовтың хәтер кисәһе үтте
Өлфәт Ҡобағошовтың хәтер кисәһе үтте

Өлфәт Миңләхмәт улы Ҡобағошов 1952 йылдың 1 апрелендә Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы Таймаҫ ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһының биҙәү-ҡулланма бүлеген һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (скульптор Каленушкиндың оҫтаханаһы). Рәсәйҙең Рәссамдар союзы һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы, күп һанлы күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы, төрлө конкурстар еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021), Көйөргәҙе районының почетлы гражданы (2022). Скульпторҙың эштәре Өфө һәм Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙы биҙәй.

Иң билдәле эштәре: ғалим-микробиолог И.И. Мечниковтың бюсы, «Зөһрә ҡыҙ» композицияһы, башҡорт халыҡ мәғрифәтсеһе М. Исҡужинға мәрмәр барельефлы һәйкәл, яугир медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған һәйкәл, «Урал батыр» эпосының монументаль проекты, башҡорт халыҡ сәсәндәренә эскиз-проекттар, Крәҫтиәндәр һуғышының (1773-1775) милли батыры Кинйә Арыҫлановҡа, башҡорт халыҡ мәғрифәтселәре М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, мәғдәнсе И. Тасимов, башҡорт дәүләт эшмәкәре З. Вәлидигә, күренекле башҡорт шағирҙары Б. Бикбай һәм Ш. Бабич, яҙыусы Һ. Дәүләтшина, педагог Ф. Мостафинаға һәйкәлдәр.

Фото: Бәйләнештә. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в