

Илгизә һәм Фәрит Алсыновтарҙың сығышын “Юлдаш-Хит- 2022” финал концертында тамашасылар алҡыштарға күмде. Йырсылар хит-парадтың август айы еңеүсеһе тип танылды.
Илгизә данлыҡлы Туйсиндар затынан икән. Яратҡан йырсыбыҙ Флүрә Туйсинаның ҡыҙы йәки Фирүзә Париждың бер туған һеңлеһе була.
Илгизәгә 34 йәш. Тәүҙә Учалы сәнғәт училищеһының баян бүлеген, артабан Сибайҙа музыка факультетын тамамлаған. Балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй. «Шул эш тип янам, сценарийҙар яҙам, йырҙар эҙләйем”, - ти ул. Интернетта айырым төркөмө лә бар. "Балаларға башҡорт йырҙары" тип атала. "Йыр иң беренсе кешенең күңеленә үтеп инергә тейеш.Ул утһен өсөн бөгөнгө көндөң талабына яуап бирергә тейештер,ә талапҡа яуап бирһен өсөн йөрәктән сығыу мөһим" , - тигән фекерҙә ул. Фәрит Йылайыр районы Юлдыбай ауылы егете.
Фото: Бәйләнештә.