Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
28 Ноябрь 2022, 16:35

Зилә Лира: Тамьян гимнын яҙырға күптән хыяллана инем

Тамъяндар ҙа уны бер тауыштан ҡабул итеп, аяҡ өҫтө баҫып тыңланы.

Зилә Лира: Тамьян гимнын яҙырға күптән хыяллана инемЗилә Лира: Тамьян гимнын яҙырға күптән хыяллана инем
Зилә Лира: Тамьян гимнын яҙырға күптән хыяллана инем

Танылған башҡорт йырсыһы һәм йырҙар авторы Зилә Лира Тамъян ырыуының беренсе съезына гимн тексын яҙҙы, ә йырсы һәм аранжировкалаусы Ян Лира һүҙҙәрҙе көйгә һалған.

- Үҙ ырыуымдың гимнын яҙыу идеяһы менән күптән хыялланғайным, шулайҙа Тамъян халҡының  беренсе съезына ул "өлгөрҙө". Тамъян халҡының бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алдым. Тәү сиратта - ул бөтә Көньяҡ Уралды һәм Волга буйын үҙ эсенә алған беҙҙең география. Шуға күрә гимн тексында тауҙарға, йылғаларға һәм күлдәргә бәйле нәмәләр юҡ, күберәк холоҡ һыҙаттары, беҙҙең өсөн дөйөм тамъяндар сифаты айырыла, - ти Зилә Лира.

Автор башҡарыуындағы Тамъян гимны ырыуҙың съезы тамамланғас яңғыраны. Тамъяндар ҙа уны бер тауыштан ҡабул итеп, аяҡ өҫтө баҫып тыңланы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас