

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейында "Шоңҡар", "Һәнәк" республика журналдарының бүлек мөхәррире, Мостай Кәрим фонды ойошторған йәш әҙәбиәтселәр конкурсында Гран-при яулаусы Заһиҙә Мусина ижадына бағышлнған "Йәш ижадсылар ҡоро" тип исемләнгән әҙәби кисә үтте.
Әҙәби кисәлә Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Исхаҡов, "Шоңҡар" республика йәштәре журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, һәм "Шоңҡар" республика йәштәре журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов, прозаик Рәзинә Урманшина ҡатнашты. Йәш әҙибә менән күҙмә-күҙ ҡарашып аралашыуға БДУ-ның студенттары килгәйне.
- Заһиҙә Мусинаның "Шоңҡар" журналында баҫылған повесын халыҡ бик йылы ҡабул итте, уҡыусылар һәр бер өлөшөн көтөп алды, фекерҙәрен яҙып барҙылар. Был әҙәби кисә тап шул повесть тураһында һөйләшеүгә бағышланған. Беҙ һәр ваҡыт йәштерҙе ҡабул итергә әҙербеҙ. Алла бирһә китабы сыҡһа, Заһиҙә исем туйын беҙҙә үткәрергә саҡырабыҙ, - тине сараны ойоштороусы, музейҙың ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов.
Йәш яҙыусы үҙенең ижадында тәүге күләмле әҫәренең нисек яҙылғаны хаҡында һөйләне, үҙе менән таныштырҙы.
- Мин сығышым менән Йылайыр районы Сәләх ауылынан. Ҙур һәм татыу ғаиләлә үҫтем: минең ете бер туғаным бар. Студент саҡтарымдан яҙышам, ә "Килен" повесы тәүге күләмле әҫәрем. Был повесть булған хәлгә нигеҙләнеп яҙылған. Әҫәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыр ҙа, ҡатмарлы ла яҙмышы һүрәтләнә. Һынауҙар киленде һындырырмы? Йөрәге ҡатмаҫмы? Әллә еңеп сығырға үҙен дә көс табырмы? - тип белдерҙе автор.
Кисә барышында авторҙың хикәйләре буйынса төшөрөлгән "Атай еҫе", "Алтынаҡайым" ҡыҫҡа метражлы фильмдары (реж. Н. Иҫәнбаева) күрһәтелде.