Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
1 Декабрь 2022, 14:36

Кубок ниндәй командала?

29 ноябрь Башҡорт Асыҡ КВН лигаһының фестивале уҙҙы. Республиканың төрлө райондарынан бөтәһе 13 команда ҡатнашты. 

Кубок ниндәй командала?Кубок ниндәй командала?
Кубок ниндәй командала?

"Көҙгө кубок - 2022" фестивале еңеүселәре билдәле!

 

29 ноябрь “Торатау” Конгресс-Холында Башҡорт Асыҡ КВН лигаһының фестивале уҙҙы. Уйында ике категорияла еңеүселәр билдәләнде: мәктәп уҡыусылары һәм студенттар. Республиканың төрлө райондарынан бөтәһе 13 команда ҡатнашты. 

Шулай итеп,

 

Студенттар араһында:

 

1-се урын — “Тегенән-Бынан”, Өфө; 

2-се урын —“Ыстағафирулла”, Өфө; 

3-сө урын —“Быйма”, Стәрлетамаҡ.

 

Уҡыусылар араһында:

 

1-се урын — “Бер юл”, Салауат районы; 

2-се урын —“Балаяндар”, Нефтекама; 

3-сө урын — “Brothers.com”, Өфө.

 

Номинациялар:

 

“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”—Лиана Фамутдинова, “Балаяндар” КВН командаһы( Нефтекама); 

“Иң яҡшы ир-ат роле” — Морат Кейекбирҙин, “Әфлисун” КВН командаһы (Өфө); 

“Иң яҡшы шаяртыу” өсөн “Һәнәк” журналының махсус бүләге — “Төнъяҡ амурҙары” КВН командаһы (Дыуан районы); 

“Фестиваль асышы” — “В-рор” КВН командаһы (Ҡыйғы районы); "Урал аръяғы" КВН командаһы. 

 

Барлыҡ еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Осрашҡанға тиклем!

Автор:Загида Мусина
Читайте нас