Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
8 Декабрь 2022, 10:26

Премьераға рәхим итегеҙ!

9 декабрь "Нур" театрында  Зифа Ҡадырованың әҫәре буйынса әҙерләнгән "Урланған йәшлек" спектакленең премьераһы үтә.  Төп ролдә - Башҡортостандың - халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Миңнинур Сәитова-Ғизәтуллина. Әйткәндәй, был спектакль актрисаның алтын юбилейы уңыйынан сәхнәләштерелгән. 

Премьераға рәхим итегеҙ!Премьераға рәхим итегеҙ!
Премьераға рәхим итегеҙ!

9 декабрь "Нур" театрында  Зифа Ҡадырованың әҫәре буйынса әҙерләнгән "Урланған йәшлек" спектакленең премьераһы үтә.  Төп ролдә - Башҡортостандың - халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Миңнинур Сәитова-Ғизәтуллина. Әйткәндәй, был спектакль актрисаның алтын юбилейы уңайынан сәхнәләштерелгән. 

Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев, инсценировка авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Гөлнур Заһиҙуллина. 

"Урланған йәшлек"  - ауыр яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ тураһындағы әҫәр. Ғүмере буйы тик кәмһетеүҙәр һәм бәхетһеҙлек кисергән ҡатын бер көн үҙендә бар донъяһын ташлап сығып китерлек, ыҙалауҙарҙан ҡасырлыҡ  көс таба. Йәшлеге, эйе, үткән. Шулай ҙа яңы тормош башлауы һуң түгелдер, бәлки?... Артабанғы яҙмышы нисек булыр? Һынауҙарҙы үтә алырмы? Бәхет табырмы? Был һорауҙарға яуапты спектаклде ҡарағас, белерһегеҙ! 

Урыны: "Нур" татар дәүләт театры.

Ваҡыты: 9 декабрь, 10 декабрь, сәғәт 19.00.

Автор:
Читайте нас