Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь 2022, 20:47

"Башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлап ҡала алдыҡ"

Телде уҡытыуҙы бөтөрәйек тә, факультатив рәүештә ҡалдырайыҡ, тигәс, бөтөн ауыл халҡы күтәрелде.

"Башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлап ҡала алдыҡ"
"Башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлап ҡала алдыҡ"

"Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы" конкурсында — Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе ауылынан телһөйәр милләттәшебеҙ Сания Күҙбаева.

Сания Сәйет ҡыҙы Күҙбаеваны Ырымбур башҡорттары ғына түгел, Башҡортостанда ла яҡшы беләләр: педагогик хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Үҫеп килгән быуында башҡорт халҡына, туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостан араһында тығыҙ хеҙмәттәшлекте яйға һалыу буйынса күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исем бирелгән.

Сания Сәйет ҡыҙы Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылында биш балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Башҡорттар борон-борондан төйәк иткән, дүрт йөҙҙән ашыу кеше йәшәгән күркәм ауыл ул. «Минән алдағы бәпестәре вафат булғас, атайым менән әсәйем бик ҡәҙерләп, бәпләп үҫтерҙе. Белем алыуымды, тормошта аяҡҡа ныҡлы баҫып тороуымды теләнеләр. Салауат педагогия училищеһына ла атайым өгөтләп ебәрҙе. Маҡсатлылыҡ, ныҡышмаллыҡ — атайымдан. Тырышып, сәмләнеп уҡыным һәм һәр саҡ тыуған яғыма әйләнеп ҡайтып, яҡташтарыма файҙа килтерәсәкмен тигән уй менән йәшәнем», — ти Сания Сәйет ҡыҙы.

Һүҙендә торған ул: яҡташтары тынғыһыҙ педагогты сирек быуатҡа яҡын урындағы урта мәктәп етәксеһе итеп белә. Әле лә сафта: хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң туған мәктәбендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы дауам итә (әйткәндәй, был төбәктә бөтә кластарҙа ла башҡорт теле уҡытылған берҙән-бер урта мәктәп). Белем биреүҙең заманса формаларын, алымдарын индереп, инновациялы технологияларҙы традицион технологиялар менән һөҙөмтәле берләштерә алған юғары квалификациялы белгес, оҫта етәксе. Шулай ҙа хеҙмәтенең рухи әһәмиәте тағы ла мөһимерәк: күрше төбәктә башҡорт телен уҡытыу, һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән бихисап ҙур эштәр башҡарған, был йәһәттән һоҡланырлыҡ һөҙөмтәләргә өлгәшкән шәхес ул. Бер генә һанға күҙ һалайыҡ: 2010 — 2019 йылдар эсендә Ырымбур өлкәһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйына төбәк-ара олимпиадаларҙа уның уҡыусылары 15 тапҡыр еңеү яулаған, 18 бала призер исемен алған, араларында Рәсәй Президенты премияһы лауреаты ла бар. С. Күҙбаеваның уҡыусылары Башҡортостандағы, Ырымбур ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарының филология факультеттарына, колледждарҙың гуманитар йүнәлештәренә уңышлы уҡырға инә, күптәре һөнәре буйынса илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә, остазы менән бәйләнешен өҙмәй.

Уҡытыусы белем һәм тәрбиә биреү процесында милли традицияларҙың йоғонтоһон ҡулланыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә, төбәктә башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға, тергеҙеүгә күп көс һала. Йыл һайын Сания Сәйет ҡыҙының тырышлығы менән «Мәктәбемдең һандуғасы», «Балалар һабантуйы» саралары, башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы уҙғарыла. Туған моңдарҙы яратмай тороп, телдең бар тәрәнлеген, матурлығын тойоп булмай, ти ул.

Сания Сәйет ҡыҙы төбәк, төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, фәнни-педагогик тикшеренеүҙәре, методик эштәре менән әүҙем уртаҡлаша, Башҡортостан матбуғатында ла йыш ҡына сығыш яһай. Ғөмүмән, Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбен Ырымбур өлкәһендә генә түгел, күрше төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Бында йыш ҡына район мәктәптәре, Башҡортостандың уҡытыусылары менән берлектә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрелә, Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе районы уҡытыусылары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән уңышлы хеҙмәттәшлек итәләр.

Миҫал өсөн, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған «Быуаттар аша ла оран ташлай...» ғилми-ғәмәли конференцияһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинарҙары, төрлө олимпиадалар — ошондай йылы осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһе.

Сания Сәйет ҡыҙы йыл һайын уҙғарған «Хәтер дәресе» лә мәктәп коллективының, ҡунаҡтарҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡлана, сөнки ул Бөйөк Еңеүгә, яуҙа һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә арналған. Сәниә Күҙбаева һәләтле педагог ҡына түгел, әүҙем йәмәғәтсе лә. Уның тырышлығының, ынтылыштарының төп маҡсаты — Ырымбур өлкәһендә йәшәгән башҡорттарҙың тарихын, телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, йәш быуындың күңеленә милли рух орлоҡтары сәсеү. Ул ауыл, район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы сараларында сығыш яһай, Ырымбур өлкәһенең Гай, Красногвардейский райондарында булып, милләттәштәре менән аралашырға, урындағы педагогия университетында, Башҡортостандың Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарында, Өфө, Мәләүез ҡалаларында үткән, туған телде һәм әҙәбиәтте өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған сараларҙа, конференцияларҙа ҡатнашырға өлгөрә.

Сания Сәйет ҡыҙы Мәскәүҙә уҙған «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре — йәмғиәттең һәм дәүләттең милли байлығы» Бөтә Рәсәй съезы, Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 10-сы съезы делегаты ла булған.

Тынғыһыҙ булмышлы Сания Күҙбаеваның фиҙакәр хеҙмәте Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй кимәлендәге маҡтау грамоталары, юғары исемдәр менән билдәләнгән.


— Ауылда беренсенән алып ун беренсе класҡа тиклем башҡорт телен өйрәнәбеҙ. Әлбиттә, быны тормошҡа ашырыуҙа ҡыйынлыҡтар булды. Телде уҡытыуҙы бөтөрәйек тә, факультатив рәүештә ҡалдырайыҡ, тигәс, бөтөн ауыл халҡы күтәрелде. Аллаға шөкөр, телде уҡытыуҙы һаҡлап ҡала алдыҡ. Мәктәбеҙҙә туған телдә төрлө саралар үткәрелә. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ла йыл һайын ҡатнашабыҙ, Туған телдәр көнөн матур итеп үткәрәбеҙ. Күрше көйөргәҙеләргә бик рәхмәтлебеҙ, улар беҙгә ныҡ ярҙам итә. Балалар һәр байрамға ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә концерт ҡуя. Яңы йылды ла башҡорт телендә уҙғарабыҙ, — ти күкрәгендә рухлы йөрәк типкән һөнәр оҫтаһы, педагог, әүҙем йәмәғәтсе Сания Күҙбаева.

Фотолар С. Күҙбаеваның шәхси архивынан.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: