Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь 2022, 20:00

Республика халыҡ ижады үҙәгендә - яңы директор

Салауат Кирәев быға тиклем Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе директоры булып эшләне.

Республика халыҡ ижады үҙәгендә - яңы директор
Республика халыҡ ижады үҙәгендә - яңы директор

Республика халыҡ ижады үҙәгендә коллективты яңы етәксе менән таныштырҙылар. Салауат Кирәев быға тиклем Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе директоры булып эшләне.

Салауат Илгиз улы Кирәев Ишембай районында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетын тамамлаған. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының «Мәҙәниәт учреждениеһы менән идара итеү» йүнәлеше буйынса ҡайтанан һөнәри әҙерлек үткән.

Хеҙмәт юлын 1997 йылда Өфө сәнғәт училищеһында (колледжында) ҡурай класы уҡытыусыһы булып башлаған. 2013 йылдан колледждың ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары вазифаһын башҡарған. 2001-2019 йылдарҙа — Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрында оркестр артисы. Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы идараһы ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исеме бар.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең элекке директоры Артур Әлибәков ноябрҙән Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй.

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: