Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2022, 19:33

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә Рәми Ғарипов шиғырҙары яңғыраны

Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә иғтибар ҙур. Ошо байрам да башҡорт телен үҫтереү, яҡлау һәм һаҡлау маҡсаты менән ойошторола.

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә Рәми Ғарипов шиғырҙары яңғыраны
Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә Рәми Ғарипов шиғырҙары яңғыраны

Башҡорт теле көнөндә Өфөләге сауҙа үҙәктәрендә республиканың театрҙары артистары һәм төрлө уҡыу йорттары студенттары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән “Шиғри аш” акцияһы сиктәрендә үҙенсәлекле флешмоб ойошторҙо: төрлө фудкорт майҙансыҡтарында Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры яңғыраны. Флешмобты башлап ебәреүселәр тип М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының йәш сәхнә оҫталарын атарға мөмкин.

— Бөгөнгө сара бөйөк мәғрифәтсе, шағир, сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә, Башҡорт тел көнөнә һәм бөйөк шағирыбыҙ Рәмигә арналды. Телебеҙ бай тарихлы һәм бик боронғо. Быуаттар буйы йыйылған аҡыл-нәсихәттәр нәҡ ошо телдә һаҡланып килгән, быуындан быыуынға тапшырылған. Ата-бабаларыбыҙҙан беҙгә алтын-көмөштән дә ҡәҙерле рухи ҡомартҡы, аманат булып башҡорт телебеҙ ҡалған, — тип билдәләй М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисткаһы Сулпан Әбдрахимова.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисткаһы Айым Сөләймәнова иһә:

— Башҡорт телен – атай-әсәй телен белеү, һаҡлау мөһим. Телебеҙҙең матур, яғымлы булғанын яратам. Ошондай саралар йышыраҡ үтергә тейеш, тип уйлайым. Балаларҙы иһә, һин башҡортса белмәйһең тип түгел, ә иркәләп-наҙлап ҡына туған телдә һөйләшергә өйрәтергә кәрәк. Әсә теле - һөйөү теле, — тип билдәләй.

— Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә иғтибар ҙур. Ошо байрам да башҡорт телен үҫтереү, яҡлау һәм һаҡлау маҡсаты менән ойошторола. Балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында башҡорт әһелдәренең, яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың әҫәрҙәре яңғырай, төрлө флешмобтар уҙғарыла. Мәҫәлән, бөгөн Өфөлә бөтә сауҙа үҙәктәрендә лә башҡорот телендә бар донъяға билдәле булған халыҡ шағиры, мәшһүр Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғыры яңғырай. Был бик шәп! Байрам менән! — тине М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисткаһы Зөлхизә Абдуллина.

— Телебеҙҙең киләсәге —йәш быуын ҡулында. Тимәк халҡыбыҙҙың да киләсәге беҙҙә – йәштәрҙә. "Апай" тип атаған йәшкә еткәс, йәшлек ҡәҙерен айырыуса беләм һәм ошоларҙы белеп быны нығыраҡ аңлайым, һәм йәштәребеҙгә өлгө, миҫал булырға ла тырышам. Беҙ ҙә яңы ғына улар һымаҡ студент булып йөрөнөк. Шуға күрә, йәшерәк саҡты иҫкә төшөрөп, яуаплылыҡ тойоп, был сарала ҡатнашырға булдым. Башҡорт теле – йәшлек теле! — ти М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисткаһы Гүзәл Хәсәнова.

— Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында туған телде өйрәнеүгә һәр яҡлап ҙур иғтибар бүленә. "Алтын ҡурай" кабинеты йыһазландырылған. Был кабинет Өфө ҡалаһы колледждары араһында иң яҡшы башҡорт теле кабинеты конкурсында ҡатнашты һәм беренсе урын яуланы. Уҡыу йортонда төрлө милли саралар йыш үткәрелә. Быйылғы уҡыу йылында «Родина» кинотеатры менән берлектә тормошҡа ашырылған «Рәми дәресе»проектына старт бирелде. Яңы форматтағы асыҡ дәрестәр тыуған ил тарихын өйрәнеү генә түгел, ә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү ҙә ул. Шулай уҡ беҙҙең студенттар ҡала һәм республика кимәлендәге үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бөгөнгө "Шиғри аш" флешмобы ла уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар ҙур теләк менән Рәми Ғриповтың “Туған тел” шиғырын уҡыны. Бындай саралар студенттарҙа аралашыу оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итә, тыуған яҡҡа, телгә һәм халыҡҡа һөйөү уята, — тип билдәләне Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: