

Донъяның һылыуҡай-университеты исеменә донъяның бөтә мөйөштәренән 80 ҡыҙ көс һынаша. Башҡорт дәүләт университеты студенты Алһыу Ҡурамшина Көньяҡ Кореяның баш ҡалаһы Сеулда барған "World Miss University 2022" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша. Ярышта ҡыҙ Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Бынан алда ул 2019 йылда республиканың студент һылыуҡайы һәм 2019 йылда Рәсәйҙең студент һылыуҡайы исемен яулағайны.
Конкурс 1986 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла. Был юлы унда 80 ҡыҙ килде. "MISSBASH MODELS" агентлығынан Алһыу менән бергә конкурсҡа Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең башҡа илдәренән тағы 4 модель килгән.
Алһыуға уңыштар, конкурста еңеүен теләйбеҙ!