Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 11:16

Өфө ҡыҙы барыһын да әсир итте

Тәүге тапҡыр ул беҙҙең конкурста 2018 йылда ҡатнашты.

Өфө ҡыҙы барыһын да әсир иттеӨфө ҡыҙы барыһын да әсир итте
Өфө ҡыҙы барыһын да әсир итте

Өфөнән йәш модель Екатерина Дульдий Таиландта уҙған Kids Stars International-2022 халыҡ-ара балалар конкурсында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Конкурс йомғаҡтары буйынса ул дүртенсе вице-мисс, шулай уҡ «Тамашасылар һөйөүе гүзәле» исемен яуланы.

«Конкурста ни бары 5 таж бар ине һәм шуларҙың береһе — беҙҙеке. Мин ошо кескәй ҡыҙ һәм уның һоҡланғыс ата-әсәһе менән ныҡ ғорурланам. Катя минең күҙ алдымда үҫә. Тәүге тапҡыр ул беҙҙең конкурста 2018 йылда ҡатнашты. Ул конкурстың һөҙөмтәләренә бик тыныс ҡарай. Был иһә ата-әсәнең дөрөҫ тәрбиәһе, улар конкурс үҙ һәләтеңде күрһәтеү урыны икәнен балаға аңлата алған. Ниндәй һөҙөмтәгә өлгәшһә лә, улар уны ярата һәм ғорурлана», — ти балалар модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.

"Башинформ".

Автор:
Читайте нас