

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Аҡъяр ҡыҙының хыялын тормошҡа ашырҙы.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Сафина Күҫәкова Өфөгә барып, театрҙа, музейҙа булырға һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубының уйынын ҡарарға хыялланған. Ҡыҙҙың баш ҡалаға күп килгәне бар, әммә дауаханаға ятыу өсөн генә – ул табиптарҙың ярҙамына мохтаж.
Бөгөн ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашты. Улар атаһы менән бергә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үткән иртәлеккә саҡырылды. Ә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова уға яңы йыл бүләген тапшырҙы. Тамашанан һуң ҡыҙ Милли музейға инеп сыҡты, шулай уҡ «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән Яңы йыл шыршыһында ҡатнашты.
Ҡыҙ буш ваҡытында күп уҡый, фортепианола оҫта уйнай, Ҡаҙағстандағы «Астана классик» һәм Краснодарҙа үткән «Дорога к успеху» конкурстарында лауреат булған.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-153665096_123386