

Республика башлығы ҡарамағында мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет булдырылды. 26 декабрҙә Радий Хәбиров тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Документта күрһәтелгәнсә, советты Радий Хәбиров үҙе етәкләй, ә уның урынбаҫары итеп Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тәғәйенләнде. Сәркәтип вазифаһын мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға алып барасаҡ.
Совет составында бер нисә тиҫтә мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре: Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, йырсы Радик Юлъяҡшин, Башҡорт опера театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов, скрипкасы Владимир Спиваков, "Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир Әминев, скульптор Салауат Байбәков, карикатурасы Камил Буҙыҡаев һәм башҡалар.