Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Ғинуар 2023, 16:10

Нәркәс Йомағужина арабыҙҙан китте

Артистың ғаиләһенең, балаларының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен. "Шоңҡар"ҙар. 

Нәркәс Йомағужина арабыҙҙан китте
Нәркәс Йомағужина арабыҙҙан китте

Нәркәс Йомағужина 1983 йылдың 22 ноябрендә Баймаҡ районы Ҡолсара ауылында тыуған.

2006 йылда З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай.

2006 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһына ҡабул ителә. 39 йәшлек актрисаның баш мейеһендә яман шеш ауырыуы табылғайны. Тапбиптар күпме тырышмаһын, ауырыу алдында көсһөҙ булып ҡалды. Нәркәстең  ике балаһы етем ҡалды. 

"Йыл актеры" (2008й., 2014й.)

 

Башҡарған ролдәре:

Шәфәҡ – «Ай тотолған төндә» М.Кәрим (2006й.)
Джертруда – «Веер» К. Гольдони
Динара – «Еҙ беләҙек» Ә. Яхина (2006й.)
Людмила – «Һуңлап килгән мөхәббәт» А. Островский (2007й.)
Принцесса, Бесәй – "Кескәй Мук" В. Гауф (2007й.)
Ҡарһылыу, Герда - «Мультляндияға сәйәхәт» Я.Шарипов (2007й.)
Айһылыу Ғәниева – «Ете ҡыҙ» Н.Асанбаев (2008й.)
Рәүилә – «Ул ҡайтты» Ә.Атнабаев (2009й.)
Наҙлыгөл – «Риүәйәт» Т.Миңнуллин (2010й.)
Балконная – «Прощай, овраг» К.Сергиенко (2010й.)
Батшаның кесе ҡыҙы – «Борон-борон заманда» М.Бағаев (2011й.)
Света – «Game over. Уйын аҙағы» З.Сөләймәнов (2014й.)
Фәрештә – "Әлдермештән Әлмәндәр» Т.Миңнуллин (2014й.)
Царевна Лебедь – «Салтан батша хаҡында әкиәт» А.Пушкин (2014й.)
Нифи – «Өс сусҡа балаһы» З.Сөләймәнов (2015й.)
Баллыбанат - «Ерҙәштәр» М.Кәрим, А.Федоров инсц. (2016й.)
Тейен - «Бишкә тиклем һанайым...» М.Бартенев (2016й.)

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: