Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ғинуар 2023, 23:53

Йырсы Алмас Хөсәйенов ғаиләһе менән үҙәк каналда сығыш яһаны

Күптән түгел байрам сығарылышын федераль каналдан күрһәттеләр.  

Сибай ҡалаһы исеменән сығыш яһаған Хөсәйеновтар 1-се каналдың "Поем на кухне всей страной" тапшырыуында башҡорт халыҡ йыры "Сибай"ҙы яңғыратҡайны. Жюри ағзалары уларҙың финалға үткәрмәгәс, тапшырыуҙы ҡараусы ил халҡы ризаһыҙлыҡ белдереп, комментарийҙар яуҙырҙы, хатта шылтыратыуҙар ҙа булған.

Тапшырыу редакцияһы сығыштың уңышлы булыуын һәм халыҡтың һөйөүен иҫәпкә алып, Хөсәйеновтар ғаиләһен Яңы йыл тапшырыуына саҡырған.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: