Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Ғинуар 2023, 13:46

"Атайсал" шиғырҙар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Конкурс 2023 йылдың 10 ғинуарынан 6 февраленә тиклем дауам итә.

"Атайсал" шиғырҙар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы
"Атайсал" шиғырҙар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

«Атайсал» проекты һәм Башҡортостан Республикаһында Кесе ватан өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә «Атайсал» шиғырҙар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм «Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы», «Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмалары менән берлектә кесе ватанға - Атайсалға арналған шиғырҙар конкурсын иғлан итә.

Конкурс билдәле композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәновтың башланғысы менән уҙғарыла.

Конкурстың маҡсаты – башҡорт һәм рус телдәрендә яҙышҡан һәләтле шағирҙарҙы асыҡлау.

Конкурста шиғыр яҙыусы авторҙар ҡатнаша ала, йәш сикләүҙәре юҡ, шиғырҙарҙы ике дәүләт телендә – русса йә башҡортса тәҡдим итергә мөмкин. Һәр йәш төркөмөндә еңеүсе һәм призер билдәләнәсәк.

Хат-хәбәрҙе «Атайсал» проектының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә https://vk.com/ataysalrb йәки телеграм каналына https://t.me/ataysalrb ебәрергә мөмкин.

Конкурс 2023 йылдың 10 ғинуарынан 6 февраленә тиклем дауам итә.

Тулыраҡ мәғлүмәт – конкурстың Положениеһында.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: