Шоңҡар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ғинуар 2023, 08:55

Флүрә Килдейәрова тыуған көнөн билдәләй

Йырсыны ғүмер байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Флүрә Килдейәрова тыуған көнөн билдәләй
Флүрә Килдейәрова тыуған көнөн билдәләй

 

Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15 ғинуар 1952 йыл) — опера йырсыһы (сопрано), педагог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989—2014 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (2013), Пётр сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы,. — Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, — тип хәтергә ала йырсы. — Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй инем. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға яраттым. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым.

Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары. Килдейәрованың йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып тора. — Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропаны — Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция — буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.

Башҡорт Википедияһынан. 

Фото: ufa.mk.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: