Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар 2023, 12:50

“Мин һеҙҙе бында ҡалдырып Йыраҡҡа китәм әле”

Шиғырҙары, әҫәрҙәре менән халыҡ күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалған шағирға бөгөн 73 йәш тулған булыр ине…

“Мин һеҙҙе бында ҡалдырып Йыраҡҡа китәм әле”
“Мин һеҙҙе бында ҡалдырып Йыраҡҡа китәм әле”

Шағир Ринат Хәйри (Хәйретдинов) 1950 йылдың 19 ғинуарында Илеш районының Үрмәт ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ, аҙаҡ Үрге Йәркәй урта мәктәбен тамамлай. Атаһы иртә вафат булғас, донъя йөгө йәш егеттең иңенә төшә. Мәктәпте тамамлау менән мал ҡараусы, аҙаҡ клуб мөдире булып эшкә урынлаша. Гәзит биттәрендә бер-бер артлы мәҡәләләре сыға. Күп тә үтмәй, Ринат Хәйриҙе район гәзитенә эшкә саҡыралар. Ике йыл журналист булып эшләгәс, белем алыу өсөн Өфө ҡалаһына юллана. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыған саҡта уҡ шиғырҙары менән танылыу яулай. Мөһим мәсьәләләрҙе күтәргән мәҡәләләре, яҡташтары хаҡындағы һүрәтләмәләре, очерктары, юлъяҙмалары уны һәләтле журналист итеп танытһа, гәзит-журналдарҙа даими баҫылған шиғырҙары, уларға яҙылған йырҙар Ринаттың ысын шағир икәнен иҫбатлай.
Уҡыуын тамамлағас, хеҙмәт юлын ҡәләм тотор­ға илһам һәм өмөт биргән “Маяҡ” район гәзитендә дауам итә. Шулай уҡ республика баҫмалары – “Кызыл таң”, “Башҡортостан”, “Ағиҙел”, “Һәнәк” һәм башҡа гәзит-журналдар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ринат Хәйри тырышлығы менән 1980 йылда Илеш районында “Ләйсән” ижад берекмәһенә нигеҙ һалына. Етәкселек итеү осоронда ул тиҫтәләрсә йәш ижадсыға дөрөҫ йүнәлеш һәм фатиха биреп, уларҙы проза һәм шиғриәт яланына сығара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шағир бик йәшләй, 40 йәшендә генә, ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды. Янып, ҡомарланып ижад иткән шәхестең “Әле яҙ башы ғына” (1983), “Минең уйынсыҡтарым” (1986), “Хәрефтәр парады” (1988), “Эҙләйем һине” (1990) тип исемләнгән китаптары ҡалды. Үҙе үлгәндән һуң ижадташ дуҫтары, ҡатыны Айһылыу апайҙың тырышлығы менән “Ҡанаттар ҡайҙа үҫә?” (1993), “Әйтелмәгән васыят” (1995), “Мин үҙем йәшен инем” (2000), “Уҡырға өйрәнәбеҙ” (2002), “Тылсымлы һандыҡ” (2010) йыйынтыҡтары донъя күрҙе. 1992 йылда Ринат Хәйригә “Эҙләйем һине” китабы һәм “Ҡорбан” повесы өсөн республикабыҙҙың Ғ. Сә­ләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы бирелде. Шиғырҙары, әҫәрҙәре менән халыҡ күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалған шағирға бөгөн 73 йәш тулған булыр ине…



ӘЛЕ ЯҘ БАШЫ ҒЫНА

Һуңғы ҡарҙар ер өҫтөнә
Ҡунырға ашығалар.
Ҡыш үтмәгән, йәй етмәгән,
Әле яҙ башы ғына.
Гөлдәр, ана, ҡояш күреп,
Тәҙрәгә йылышалар.
Ағастарҙа һәм күңелдә
Бөрөләр тулышалар.
Өй ҡыйығы, тамсыларҙан
Көләс яҙ ҡарап тора.
Тамсылар, кәкүктәй, ҡыштың
Ғүмерен һанап тора.
Бар донъяның үҙгәрештәр,
Яңырыу көткән мәле.
Ә һин инде көҙ көтәһең,
Көҙгә бик йыраҡ әле.
Беҙҙең бөтәһе лә алда, –
Кәрәкмәй ашығырға!
Йәй етмәгән, ҡыш үтмәгән,
Әле яҙ башы ғына!

ҺИНЕ КӨТӘМ

Нисә йылдар мин эҙләйем
һине,
Хыялымда йөр(ө)ткән Таң ҡыҙын!
Һин үҙең дә зар-интизар булып
Йөрөйһөңдөр япа-яңғыҙың.
Һине көтәм, һине генә көтәм,
Күңел күҙем күрмәй бүтәнде.
Һиҙәһеңме минең эҙләгәнде,
Тояһыңмы минең көткәнде?
Минең өсөн генә тыуғаныңды
Белмәйһеңдер, бәлки, үҙең дә.
Юлдарымда ләкин бер
осраһаң,
Һин танырһың мине күҙемдән.
Осрашҡанда беҙҙең
күҙҙәребеҙ
Йөрәктәрҙә һөйөү ҡабыныр.
Бер-беребеҙ өсөн генә тыуғас,
Ҡауышырбыҙ, иркәм,
барыбер.

ТАБЫНЫУ

Әллә ниңә ҡараңғыла түгел,
Яҡты саҡта күберәк абынам.
Тик шулай ҙа бөтә ғүм(е)рем
буйы
Мин ҡояшҡа, көнгә табынам.
Үрмәт урманында тороп ҡалған
Малай саҡты бик йыш һағынам.
Белһәм дә мин ҡартлыҡ
көткәнлеген,
Киләсәккә нығыраҡ табынам.
Ҡояш кеүек, ике ҡанатлымын,
Күккә менеп ҡанат ҡағынам.
Күктә иркен, ләкин тамырҙарым
Ерҙә булғас, ерҙе һағынам.
Тормоштан һис өмөт
өҙмәйенсә,
Мин, сабыйҙай, уға табынам.
Үҙең аңла шунан: был донъяға
Мин тыуырға риза яңынан.

ЯРАЙ ӘЛЕ ҺЕҘ БАР…

Бүтән ҡайҙа бындай ҡаялар
бар,
Болоттарға тиклем етеүсе?
Ярай әле һеҙ бар, олатайҙар,
Сал Уралды төйәк итеүсе.
Аҡһаҡалдар кеүек олпатһығыҙ,
Ә үҙегеҙ ниндәй ябайҙар.
Ябайлыҡҡа өйрәтергә беҙҙе
Ярай әле һеҙ бар, ағайҙар!
Ил, телебеҙ өсөн ҡайғырмағыҙ,
Олатайҙар, атай, ағайҙар:
Һеҙҙең эште дауам итеүсе
Инде беҙ бар.
Беҙ бар – малайҙар!


ЕТЛЕГЕҮ

Хушығыҙ, йәшлек яҙымдың
Болотһоҙ иртәләре.
Мин һеҙҙе бында ҡалдырып
Йыраҡҡа китәм әле.
Йәй иленә тарта мине
Билдәһеҙ һағыштармы?
Алда мине ниҙәр көтә?
Юғалтыу? Табыштармы?
Ни көтһә лә көтһөн әйҙә,
Белмәһәң – ҡыҙығыраҡ.
Юлдарҙа төрлөһө булыр,
Ә барыр юлдар йыраҡ.
Көтһөн көрәштәр, алыштар,
Мөхәббәт һағыштары.
Юғалтыуҙар буламы ни,
Булмаһа табыштарың?!
Тапҡандарымды юғалтһам,
Үҙемә үпкәләрмен.
…Мин яҙ һәм көҙ уртаһында…
Хушығыҙ, үткәндәрем!

АЙЫУҒА ОҠШАҒАС

– Һин айыу балаһы, – тиҙәр,
Дөрөҫтөр ҙә, ышанам.
Бер уйлаһаң, ысынлап та,
Мин айыуға оҡшаған.
Әллә ышанмайҙар инде,
Көлгән булалар тағы.
…Йә, ҡайһығыҙ минең кеүек
Ярата йүкә балын?!

* * *
Үпкәләмә, тамам оноттоң, тип,
Нисә айҙар, тиеп, хатың юҡ.
Минуттай тиҙ үткән сәғәттәрҙе
Оноторға минең хаҡым юҡ.
Дөрөҫ, һәр саҡ бергә булырбыҙ,
тип
Һинең алда биргән антым юҡ.
Ләкин беҙҙе ҡауыштырған
көндө
Оноторға минең хаҡым юҡ.
Яндарыңа йүгереп барыр инем,
Әкиәти Аҡбуҙ атым юҡ.
Йәншишмәнән һыу эсергән
ҡыҙҙы
Оноторға минең хаҡым юҡ.
Бар булмышым бергә һинең
менән,
Барлыҡ йырым – һинең
хаҡыңда.
…Минең бары, эстән
һағышланып,
Яратырға ғына хаҡым бар!

РӘХМӘТ ЯҘМЫШЫМА

Күңелем тоймай башлағас
Шатлыҡтың яҙғыһын да,
Һинең менән ҡауыштырҙы,
Мең рәхмәт яҙмышыма.
Өмөтөм гөлдәре ҡабат
Сәскәгә бөрөләнде.
Батырҙарҙы хәтерләнем,
Хөрмәтләп тереләрҙе.
Әйберҙәр ҡабат меңдәрсә
Төҫтәргә буялдылар.
Мәңгелек йоҡоға талған
Йырҙарым уяндылар.
Ышанып ҡарайым хәҙер
Килер көн балҡышына.
Мең рәхмәтебеҙҙең юлдарҙы
Бер иткән яҙмышыма.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: