Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ғинуар 2023, 10:46

"Биле ныҡтың - иле ныҡ"

"Биле ныҡтың - иле ныҡ"
"Биле ныҡтың - иле ныҡ"

Йылайыр районы Юлдыбай ауыл мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә "Биле ныҡтың - иле ныҡ" исеме аҫтында бай йөкмәткеле сара уҙғарылды.

"Юлдыбай ауылы хакимиәте башлығы Илнур Илшат улы Ҡорбанғәлиев күптән ир-егеттәр ҡоро булдырыу ниәте менән янып йәшәй һәм был хаҡта ветерандар советы рәйесе Рәшит Ғәлимйән улы Иҫәндәүләтовҡа белдергәс, уныһы дәррәү күтәреп ала һәм бөгөнгө көндә уҙғарырға планлаштырып та ҡуйыла. Сараға ауылыбыҙҙың абруйлы ир-егеттәре, аҡһаҡалдары саҡырылды. Ниндәй маҡсатта, ни өсөн йыйылғандарын береһе лә белмәй ине. Ағинәй Әнисә Ғәлимйән ҡыҙы Алсынова матур теләктәрен әйтеп, оло эш башлауҙарын хуплап сығыш яһаны. Рәшит Ғәлимйән улы, ҡорға индереләсәк ир-егеттәрҙе сәхнә түренә саҡырҙы. Араларында аҡһаҡалдар ҙа, урта йәштәге ир-егеттәр ҙә бар.Һәр кемдең йөҙөндә бер аҙ ҡурҡыу ҙа, ғорурлыҡ та сағылып ҡалды. Баһадир ир-үҙамандарыбыҙ менән сәхнә тулды, оло ғорурлыҡ, ҙур өмөттәр уятты. Алла бирһә киләсәктә, шундай көслө ҡоробоҙ буласаҡ бит, нисек инде ғорурланмаҫҡа.

Ағинәйҙәребеҙ һәр ир-егеттең билегеҙ ныҡ булһын, биле ныҡтың-иле ныҡ тип оло теләктәрен еткереп билдәренә билбау бәйләп матур йола күрһәттеләр.

Киләсәктә өр-яңы ойошма ҙур эштәр башҡарыр, ауылыбыҙ үҫешендә тос өлөш индерер, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булыр һәм ойошма тағы ла тулыланыр тигән өмөттә генә ҡалмайбыҙ, ә ышанабыҙ. Һеҙҙән өйрәнәһе, үрнәк алаһы эштәребеҙ күп әле. Алдынғылыҡ һеҙҙең менән булһын

Аҡ юл һеҙгә, ир-уҙамандарыбыҙ!" - тип яҙалар юлдыбайҙар.

Автор: Гөлгөнә Таһирова

 

Сығанаҡ: https://aulut.ru/articles/novosti/2023-01-19/bile-ny-ty-ile-ny-3111823?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=154015572

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: