Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ғинуар 2023, 15:50

Бөгөн филармонияға килергә онотманығыҙмы?

Килегеҙ! Күрегеҙ! Филармония сәхнәһендә – Хөсәйен Әхмәтовтың мәңгелек мираҫы!  

Бөгөн филармонияға килергә онотманығыҙмы?
Бөгөн филармонияға килергә онотманығыҙмы?

 

Өфө Башҡорт дәүләт филармонияһы легендар композитор, РСФСР-ҙың халык артисты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтовтың исемен йөрөтә һәм йыл да олуғ шәхестең атына арналған проект менән сығыш яһай. Был проект быйыл да үҙ көсөндә һәм композиторҙың иң популяр йырҙарын, романстарын,сиюталарын сәхнәгә сығара. Концертта Башҡортостан республикаһының Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры, филармония йырсылары, Заһир Исмәғилов исемендәге сәнғәт институты һәм сәнғәт училищеһы студенттары ҡатнашасаҡ. Хөсәйен Әхмәтовтың һүнмәҫ һәм һайыҡмаҫ рухи мираҫын бөгөн йәшәтеүсе, һаҡлаусы һәм киләһе быуындарға тапшырыусы сәнғәт әһелдәре бөтәһе бергә ошо һоҡланғыс матур сарала йыйыласаҡ был көндө. Килегеҙ! Күрегеҙ! Филармония сәхнәһендә – Хөсәйен Әхмәтовтың мәңгелек мираҫы!

 

Ҡатнашалар: филармонияның солистары,
Заһир Исмәғилов исемендәге сәнғәт институты
һәм сәнғәт училищеһы студенттары

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: