Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ғинуар 2023, 22:25

Өфөлә күренекле ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин тураһында фильм күрһәтелә

Азат Айытҡолов, Риф Ғәбитов, Юлай Ғәйнетдинов, Айрат Ҡобағошов, Роберт Юлдашев һәм башҡалар — уның уҡыусылары.

Өфөлә күренекле ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин тураһында фильм күрһәтелә
Өфөлә күренекле ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин тураһында фильм күрһәтелә

26 ғинуарҙа Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә Булат Йосоповтың «Замандар бәйләнеше» исемле документаль фильмының исем туйы була. Фильм билдәле ҡурайсы һәм педагог Әҙеһәм Исҡужин иҫтәлегенә бағышланған йыл сиктәрендә күрһәтелә, тип хәбәр итә Өфө хакимиәте.

Инеү ирекле, көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Адресы: Чкалов урамы, 131.

Әҙеһәм Исҡужин — башҡорт музыканты, халыҡ йырсыһы һәм педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 30 йылдан ашыу, 1961-1996 йылдарҙа, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында һәм 20-се урта мәктәптә эшләгән, унда ҡурай түңәрәктәре етәксеһе булған. Башҡортостандың Урал аръяғында барлыҡҡа килгән ҡурайҙа уйнауҙың классик традицияларын дауам итеүсе. Репертуарында 200-ҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры һәм көйө бар. Азат Айытҡолов, Риф Ғәбитов, Юлай Ғәйнетдинов, Айрат Ҡобағошов, Роберт Юлдашев һәм башҡалар — уның уҡыусылары. Темәс һәм Өфөнөң 9-сы балалар музыка мәктәптәренә, 1-се гимназия-интернаттың ҡурайсылар ансамбленә һәм ҡурай кабинетына Исҡужиндың исеме бирелгән; тыуған ауылындағы һәм Баймаҡ ҡалаһында урамдар ҡурайсының исемен йөрөтә. 2008 йылда Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы булдырылған.

"Башинформ"

 

 

Автор:
Читайте нас: