Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
6 Февраль 2023, 01:40

Бөгөн легендар диктор Әхәт Мортазин тыуған көн

Әхәт Мортазин «Юлдаш» радиоһының йыл һайын үткәрелгән волейбол кубогында ҡатнаша торғайны. Хәҙер турнир уның исемен йөрөтә[4].

Бөгөн  легендар диктор Әхәт Мортазин тыуған көнБөгөн  легендар диктор Әхәт Мортазин тыуған көн
Бөгөн легендар диктор Әхәт Мортазин тыуған көн

Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1959 йылдың 6 февралендә Башҡорт АССР-ы Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған[1].

1986 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

1986 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына ижади конкурсты уңышлы үтеп, радиотапшырыуҙар студияһында диктор булып эшләй башлай. Артабан «Башҡортостан» һәм «Юлдаш» радиоларында һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыуҙар алып бара.

2018 йылдың 13 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды[2][3].

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы

Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры бара. Әхәт Мортазин «Юлдаш» радиоһының йыл һайын үткәрелгән волейбол кубогында ҡатнаша торғайны. Хәҙер турнир уның исемен йөрөтә[4].

Башҡортса Википедиянан.

Фото: ирекле сығанаҡ. 

 

Автор:
Читайте нас