Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Февраль 2023, 17:10

Төпсәндең үҙ рәссамы бар икән дә!!

Шәп бит! Һеҙгә оҡшанымы? 

Төпсәндең үҙ рәссамы бар икән дә!!
Төпсәндең үҙ рәссамы бар икән дә!!

Төпсән ауылына  (Күгәрсен районы) эш сәфәре менән сығып мөғжизәгә юлыҡтым, дөрөҫөрәге – үҙем өсөн “Америка астым”.    Гүзәл йәшлегендә Төпсән ауылы егете – Мәүлит Нурғәле улы менән ҡауышып, ошо йәмле төбәккә мәңгелеккә ереккән Фәимә апайҙың тилбер ҡуллы, егәрле булыуы һәр тарафҡа мәғлүм. Яҡташымдың (ул Тәтешленән!) йылдар, әсе-ҡайғы хәсрәт менән тупаҫланмаған күңеле, тел байлығы һәр саҡ мине хайран итә. Тормош юлдашын, аҙаҡ һөлөктәй ике улын, берҙәнбер ҡыҙы – Миләүшәне һалҡын гүргә оҙатҡас та бөгөлмәгән, һынмаған көслө рухлы ҡатын йөрәк әрнеүҙәрен тынғыһыҙ эш менән баҫырға күнеккән. Әлеге ваҡытта ла дини китаптар уҡып, мал – ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп күңел йыуанысын таба. Серләшер өсөн кинйәһе янында, ара-тирә Мораҡтан ейәне һәм ейәнсәре, кейәүе Фидиал килеп хәл белешеп, изгелекле әсәнең йөрәк һағышын таратып китә.

Сираттағы эш сәфәрендә юл өҫтө күптәнге танышыма  инеп сыҡтым һәм... Уның бер бөртөк таянысы булып ҡалған кинйә улы Ғәлинурҙың картиналар галереяһын күреп таң ҡалдым. Яҙмы, көҙмө, ҡышмы... – һәр картинаһы был тормошҡа, тәбиғәткә тәрән һөйөү, ихласлыҡ менән яҙылған, һәр картинаһында тәбиғәт хозурлығына мәҙхиә йырлана. Билдәһеҙ рәссамдың күңел зауығы буйынса төшөргән һәм асыҡ буяуҙар өҫтөнлөк иткән зәңгәр тауҙар, төпһөҙ йәшеллек аръяғында туптар ҙа шартламай, ер йөҙөндә тыныслыҡ хакимлыҡ иткәндәй тойола, күңелдәр тыныслана...   

 Ғәлинурҙың ағастан юнып эшләнгән, йәиһә ҡалдыҡ-боҫтоҡ тимерҙән төҙөлгән изделиелары ла бар. Уның бер нисә эшен уҡыусылар иғтибарына һәм хөкөмөнә  тәҡдим итәбеҙ.   

Гөлшат СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Сығанаҡ: "Мораҙым"

 

Автор:
Читайте нас: