

9-15 февралдә Өфөлә тәүге тапҡыр «Үҙ юлым» халыҡ-ара кинофестивале үтә. Бында тулы метражлы һәм ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм документаль фильмдар, шулай уҡ дебют фильмдары күрһәтеләсәк.
Зөһрә Бураҡаева, Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе, фестивалдең жюри ағзаһы:
— Милли кинематограф үҫеше шул иҫәптән телебеҙҙе һаҡлау мәсьәләһе менән бәйле. Балаларыбыҙға туған телде өйрәнергә кәрәк, тип киләбеҙ. Әммә балалар хәҙер китап уҡымай. Театр, опера, балет кеүек йүнәлештәрҙе аңларға, уларға "барып етергә" кәрәк. Ә кино - һәр кем аңлаған сәнғәт. Балалар уны телефонда ла, компьютерҙа ла ҡарай. Милли телдәрҙә яҡшы сифатлы фильмдар булыуы беҙҙең өсөн яҡшы яңылыҡ. Фестивалдең ошо йәһәттән әһәмиәте ҙур.
Сарала тамашасылар менән бергә беҙҙең замандың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фильмдарҙы билдәле шәхестәр – артистар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, блогерҙар, медиа-персонаждар – ҡарай һәм тикшерәсәк. Фестиваль «Родина» кинотеатры һәм Йосопова исемендәге Актерҙар йорто майҙансыҡтарында барасаҡ.
Ҡатнашырға теләүселәргә фестивалдең сайтында теркәлергә кәрәк.