+21 °С
Болотло


Бөтә ағзаһы имен кешеләр ҙә яулай алмаҫ тауҙарҙы яулаған Рөстәм Нәбиев хәҙер сәхнәгә сыҡмаҡсы. Ул был турала Business FM радиостанцияһына белдергән «Сәхнәлә сығыш яһарға һәм йырҙар яҙҙырырға теләйем. Тауҙар әлегә паузала тора», - тигән ул.
«Ваҡытымды үҙемдең үҫешемә, брендымды нығытыуға бағышларға, Австралия ораторы Ник Вуйчич кеүек сәхнәлә сығыш яһарға теләйем. Тағы ла бер маҡсатым бар - йыр яҙҙырыу. Бәлки, тиҙҙән минең сәхнәлә йырлауымды ишетерһегеҙ», - тигән Рөстәм.
Башҡортостаным/яңылыҡтар