Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
13 Февраль 2023, 08:30

Радий Хәбиров Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһын быйыл йәй ремонтлай башларға ҡушты

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә тарихи бина ҡот осҡос хәлдә.

Радий Хәбиров Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһын быйыл йәй ремонтлай башларға ҡуштыРадий Хәбиров Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһын быйыл йәй ремонтлай башларға ҡушты
Радий Хәбиров Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһын быйыл йәй ремонтлай башларға ҡушты

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһын быйыл йәй ремонтлай башларға ҡушты. Дүшәмбе көнө ул хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошондай күрһәтмә бирҙе.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә тарихи бина ҡот осҡос хәлдә.

«Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуҙа быйыл йәй унда ремонт башларға һөйләштек. Бөгөн был бинала идаралыҡ  ултырмай, сөнки ҡыйыҡтан һыу аға. Беҙ яҡшы ремонт эшләйәсәкбеҙ, фасадын, ҡыйығын, эске өлөшөн  яңыртасаҡбыҙ. Эшләй башлағыҙ, финанс министрлығына йөкләмә бирҙем», - тине ул, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға мөрәжәғәт итеп.

Радий Хәбиров бина республиканың ул саҡтағы етәксеһе Миҙхәт Шакировтың ҡарары буйынса 1984 йылда уҡ Яҙыусылар союзына тапшырылыуын билдәләне. Шул ваҡыттан алып унда бер ҡасан да ремонт эшләнмәгән.

Айгиз Баймөхәмәтовтың тәҡдиме буйынса, ремонттан һуң Яҙыусылар союзы бинаһында йәш шағирҙар һәм яҙыусылар өсөн әҙәби салон асыу планлаштырыла.

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас