

Телеграм өсөн башҡортса стикерҙар!
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" телеграмм өсөн башҡортса стикерҙар сығарҙы.
1. Салауат Юлаев: https://t.me/addstickers/Yulaev_Salavat
2. Яҙыусылар һәм шағирҙар: https://t.me/addstickers/Bashlit
3. Башҡорт әкиәттәре геройҙары: https://t.me/addstickers/Bashskazki
4. Рәми Ғарипов: https://t.me/addstickers/RamiGaripov
5. Шайморатов Генерал: https://telegram.me/addstickers/Shaimuratov
6. Урал батыр эпосы: https://t.me/addstickers/Ural_Batyr
Ойоштороусылар еткереүенсә, тиҙҙән улар ватсап өсөн дә сығалар. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова: «Беҙ барыбыҙ ҙә социаль селтәрҙә, мессенджерҙарҙа күп ваҡыт үткәрәбеҙ. Аралашыу өсөн сағыу башҡортса стикерҙар телде, мәҙәниәтебеҙҙе таратыуға ҙур ярҙам күрһәтер, тигән ышаныстабыҙ,» - тип әйтеп үтте.
Проект Башҡортостан Республикаһының Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.