Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
18 Февраль 2023, 08:20

Шатуновҡа һәйкәл эшләнә башлаған

Ул ҡасан ҡуйыласаҡ? 

Шатуновҡа һәйкәл эшләнә башлағанШатуновҡа һәйкәл эшләнә башлаған
Шатуновҡа һәйкәл эшләнә башлаған

Миллиондарҙың кумиры Юрий Шатунов остазы Сергей Кузнецов менән Ырымбурға "ҡайтасаҡ". Сентябрҙә, йырсының тыуған көнөндә асырға планлаштырылған һәйкәлдең макеты әҙер.

Был бейек, 2 м-ҙан дә түбән булмаған скульптура Ырымбур ҡалаһында, Химическая һәм Регенераторная урамдары киҫелешендә, Шатунов тәрбиәләнгән балалар йортона яҡын урынлаштырыласаҡ.

Скульптор Александр Сукманов макетты әлегә пластилиндан әүәләгән, шуға ла оҡшашлыҡ әллә ни юҡ. Уның өҫтөндә эшләргә лә, эшләргә әле, тигән оҫта.

Юра Шатунов - микрофон, ә Сергей Кузнецов ҡағыҙ тотоп, ҡосаҡлашып торған һәйкәл быйыл 6 сентябрҙә, йырсының тыуған көнөндә асылыр, тип көтөлә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас